

Уҙған йылда коммерция структуралары 827 гектар майҙанда ошондай эштәр башҡарҙы.
Инспекциялар барышында эксперттар ултыртылған үҫентеләрҙең тамырланып китеүен, сифатын, агротехник тәрбиәнең ваҡытында башҡарылыуын һәм йәш культураларҙың дөйөм торошон ентекле баһалай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса рәсми һығымталар яһала: урман ҡулланыусыларға үҫентеләрҙең сифатын күтәреү буйынса тәҡдимдәр ебәрелә, ә етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы бөтөрөү буйынса талаптар ҡуйыла.
– Беҙ бизнестан нормативтарҙы исем өсөн үтәүҙе түгел, ә аныҡ, оҙайлы һөҙөмтә талап итәбеҙ. Был ерҙәрҙә ныҡлы һәм сәләмәт урман үҫһен өсөн, бөтә процесты ҡаты контролдә тотабыҙ. Тәбиғәт алдында яуаплылыҡ көслө булырға тейеш, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.