

Башҡортостандағы ҡошсолоҡ продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса эре ауыл хужалығы предприятиеһы 2026 йыл башынан экспортҡа 927 тонна туңдырылған ҡош ите оҙатты. Тышҡы сауҙаны үҫтереү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына һәм маҡсаттарына яуап бирә.
Продукция Азербайжан һәм Үзбәкстан илдәренә ебәрелде. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда оҙатылған тауар күләме 2,5 тапҡырға күберәк тәшкил итте.
“Россельхознадзор”ҙың территориаль идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, туңдырылған ҡош ите экспортҡа аҙна һайын ебәрелә. Продукция оҙатыр алдынан лаборатор тикшеренеүҙәр үтә.