Милли проекттар
2 Сентября , 10:40

Башҡорт ҡымыҙы тәмле шул!

Беҙҙең ҡымыҙҙы сит илдәрҙә лә яраталар: йыл башынан республиканан сит илдәргә 189 тонналыҡ 15 партия продукция оҙатылған, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға артығыраҡ.

Башҡорт ҡымыҙы тәмле шул!Башҡорт ҡымыҙы тәмле шул!
Башҡорт ҡымыҙы тәмле шул!

Башҡортостан быйыл ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлектәрен экспортҡа оҙатыуҙы ике тапҡырға арттырҙы. Сит илдәргә оҙатылыусы  агросәнәғәт продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын  тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.

 Йыл башынан республиканан 189 тонналыҡ 15 партия продукция оҙатылды. Былтыр ошо осорға ул 97 тонна тәшкил иткәйне. 19,9 тонналыҡ һуңғы партия  Үзбәкстанға оҙатылған. Һайлап алынған өлгөләр лаборатор тикшеренеүҙәрҙе уңышлы үткән.

Башҡортостанда йыл һайын яҡынса 3,5 мең тонна ҡымыҙ етештерелә. Әле республикала йөҙгә яҡын махсуслаштырылған ферма эшләй.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-27/be-e-ymy-y-sit-ild-r-l-yaratalar-4794268

Автор:
Читайте нас