Милли проекттар
8 Сентября , 09:45

Йыһаз етештереүгә займ алған

Ташламалы займ  интерьерҙы яңыртыуҙан тыш, клиенттар өсөн яңы экспозициялар асырға ярҙам иткән.

Йыһаз етештереүгә займ алғанЙыһаз етештереүгә займ алған
Йыһаз етештереүгә займ алған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Кирилл Седов кухня йыһаздары һәм шкафтар етештереү өсөн льготалы займ алды. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһында эшҡыуарға 2,5 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы хупланды.

Займ алыу интерьерҙы яңыртыуҙан тыш, клиенттарға йыһаздарҙың сифатын күрһәтеү өсөн яңы экспозициялар асырға ярҙам иткән.

– Эшҡыуарҙар өсөн бындай займдар сауҙа инфраструктураһын  әйләнештәге средстволарҙан ҙур сумма алмайынса заман талаптарына ярашлы тиҙ яңыртырға мөмкинлек бирә. Тауарҙы презентациялау йыһаздар ритейлында хәл иткес роль уйнағанда продукцияны яңыртыу  туранан-тура клиент трафигына һәм һатып алыусылар артыуына йоғонто яһай, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

 Кирилл Седовтың предприятиеһы “эшкәртеүсе предприятие” категорияһына ҡарай, шуға күрә ул һигеҙ процентлы ставка менән льготалы займ алыу мөмкинлегенә эйә. Алынған средстволар сауҙа нөктәһен стратегик яңыртыуға – бинаны ремонтлау өсөн материалдар һатып алыуға һәм продукцияның яңы күргәҙмә өлгөләрен әҙерләүгә йүнәлтелде. Был продукция төрлөлөгөн киңәйтергә һәм  һатып алыусылар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыуға мөмкинлектәрҙе арттырҙы.

Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас