

Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә “Эко-Сити” төбәк операторы интеллектуаль контроль системаһын индерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Хәҙер һәр контейнер майҙансығының хеҙмәтләндереү сифатын кеше генә түгел, ә яһалма зиһен дә баһалай. Платформа процестың “һанлы игеҙәге” принцибы буйынса эшләй. Программа контейнер майҙансыҡтарынан алынған мәғлүмәттәрҙе ғәмәлдәге ваҡытта анализлай: объекттың фотоларын паспорт мәғлүмәттәре менән сағыштыра, сүп-сар ташыусы машинаның адрес буйынса килеүен раҫлай. Бер үк ваҡытта система махсус техниканың координаталарын, йыйыу нөктәһенә тиклемге араны, туҡтау ваҡытын һәм уның оҙайлығын билдәләй. Контейнерҙар һаны буйынса айырым контроль алып барыла, система план күрһәткестәрен ғәмәлдә сығарылған күрһәткестәр менән сағыштыра.
Төп инновация – компьютерҙың күреү һәләтен ҡулланыу. Нейроселтәр йыйыштырыуҙан алдағы һәм һуңғы һүрәттәрҙе анализлай, автоматик рәүештә тулған бактарҙы, майҙансыҡ эргәһендәге сүп-сар өйөмдәрен һәм башҡаларҙы асыҡлай. Был субъектив баһанан баш тартырға һәм сифаттың объектив критерийҙарына күсергә мөмкинлек бирә.
Бөтә мәғлүмәттәр маршрут тректары, ваҡыт тамғалары, фотоматериалдар берҙәм базала һаҡлана. Бәхәсле хәл йәки ялыу килеп сыҡһа, компанияның хеҙмәттең тейешле рәүештә күрһәтелгәнлегенә йәки, киреһенсә, нормативтан тайпылыуы теркәлгәнлегенә тулы дәлиле бар.
– Һанлы контролде индереү һөҙөмтәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы хеҙмәт сифатын яңы кимәлгә күтәрә. Платформа штат режимында эшләй, һәм яҡын киләсәктә системаны бөтә хеҙмәтләндерелгән территорияларға масштаблау планлаштырыла. Автоматизация кешеләрҙе алмаштыра алмай, әммә уларға ышаныслы ярҙамсы бирә, ул һәр эш фактын теркәп бара һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын ысын мәғәнәһендә технологиялы итә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.