Милли проекттар
15 Сентября , 12:20

Мәҙәниәттә яңы көстәр

9 сентябрь Өфөлә уҙған Мәҙәниәт буйынса советтың киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды. Улар араһында әбйәлилдәр әҙ бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәттә яңы көстәрМәҙәниәттә яңы көстәр
Мәҙәниәттә яңы көстәр

Әлеге программа сиктәрендә  бер тапҡыр бирелеүсе түләмгә 2026 йылда бөтәһе 59 белгес лайыҡ булған. Шуларҙың 31-е — быйыл профилле вуз һәм колледж тамамлап, республиканың мәҙәниәт учреждениеларында хеҙмәт юлын башлаусы йәштәр Мәҙәниәт буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында хөрмәтләнде.

«Был программа республикабыҙҙа башланғыс алды һәм былтыр беҙҙең тәжрибәне Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы бөтә ил биләмәһенә таратты. Хәҙер һеҙ ҙә ошо ҙур проекттың бер өлөшө. Һеҙгә киләсәк эшмәкәрлегегеҙҙең йүнәлеше итеп мәҙәниәт өлкәһен һайлауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Эшегеҙҙә уңыштар һәм уҡыу йылдарында алған һөнәри белемегеҙҙе нәтижәле файҙаланыуығыҙҙы теләйем», — тине тантанала БР Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов.

Төрлө йүнәлештәрҙә эш башлаған белгестәр араһында музыка мәктәптәре уҡытыусылары, ижади коллективтар етәкселәре, музей хеҙмәткәрҙәре һәм мәҙәни ойоштороусылар бар. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһында ҡатнашыусыларҙың географияһы республиканың 23 район-ҡалаһын үҙ эсенә ала. Шулар иҫәбендә Әбйәлил белгестәре лә булыуы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы.

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаған Зөлхизә Әминева Байым күп функциялы моделле мәҙәниәт йортона мәҙәни ойоштороусы булып ҡайтҡан. Ижади талантын бала сағында «Шатлыҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамблендә үҫтергән һылыуҙың үҙенә хәҙер ошо коллективты етәкләүҙе ышанып тапшырғандар. Магнитогорск дәүләт консерваторияһында хор дирижеры һөнәрен үҙләштергән Мәликә Икромова Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә хор уҡытыусыһы, К. А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған Гөлизә Уйылданова һынлы сәнғәт уҡытыусыһы булып эш башлаған.

Йәш мәҙәни көстәргә ижади үрҙәр насип булһын, илһам шишмәһе һәр ваҡыт дәртле сылтыраһын!

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илебеҙҙә «Мәҙәниәт» милли проекты (нацпроект «Культура») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты — ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеларына йәш квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү. 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пунктта ойошма менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән программала ҡатнашыусылар бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы ала.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас