Милли проекттар
15 Сентября , 12:50

“Урман” операцияһы башланды

14 сентябрҙән 12 октябргә тиклем Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә “Урман” традицион ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә. 

“Урман”  операцияһы башланды“Урман”  операцияһы башланды
“Урман” операцияһы башланды

Сара “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған.

Операция дәүләт урман инспекторҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, башҡарма ведомстволар һәм йәмәғәт урман инспекторҙары менән тығыҙ бәйләнештә үтә.

Акцияны уҙғарыу осоронда дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, урман массивтарынан сығыу урындарында һәм хәүефле урман участкаларында тәүлек әйләнәһенә патруллек итеү ойошторола.

Мобиль төркөмдәр ағас әҙерләүҙең һәм ташыуҙың законлылығын, шулай уҡ урман ҡулланыусыларҙың тейешле рөхсәт документтары булыуын тикшерә.

Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы), шулай уҡ енәйәт яуаплылығы ҡаралған (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы). Ҡағиҙә боҙоусылар шулай уҡ урман фондына килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-09-15/urman-operativ-i-k-rte-operatsiya-y-bashlandy-4813137

Автор:
Читайте нас