

Учреждение Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыуы үҙәге базаһында асылды. Кескәйҙәр донъяны хәүефһеҙ уйын мөхитендә өйрәнә ала, уҡыусылар электрон ресурстар менән эшләйәсәк, ә үҫмерҙәр үҙҙәрен ижадта һынап ҡараясаҡ: мультфильмдар төшөрәсәк һәм квестарҙа ҡатнашасаҡ.
Үҙәккә виртуаль сәйәхәттәр өсөн VR-шлемдар, интерактив панель, мультистудия һәм ҡомло өҫтәл урынлаштырылған. Фонд классиканан һәм фәнни-популяр әҙәбиәттән алып тыуған яҡты өйрәнеүгә тиклем яңы баҫмалар менән тәьмин ителгән. Асыҡ мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар йүнәлтелде: фондта Брайль шрифты менән яҙылған китаптар, ә сәләмәтлеге сикләнгән балалар өсөн махсус эш урыны барлыҡҡа килде.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Фото: ”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-09-15/balalar-s-n-ar-yma-ge-asyldy-4813135