

Ярыш 2026 йылдың 10 ноябренә тиклем ике этапта дауам итәсәк.
Был конкурста кәменендә ике йыл бизнес менән шөғөлләнгән республика биләмәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Тәүге һайлап алыу этабы 1-15 октябрҙә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәтендә үткәрелә. Йомғаҡлау этабы (республика кимәлендә) 1-10 ноябрҙә уҙғарыласаҡ. Тантаналы бүләкләү сараһы быйыл ноябрь айына билдәләнгән.
Конкурс һөҙөмтәһендә 18 номинация буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.
- “Йыл эшҡыуары” конкурсы – иң яҡшы тигән исемгә ярыш ҡына түгел, ә төрлө тармаҡтан бизнес вәкилдәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һөҙөмтәле платформала ла. Эшҡыуарҙар тарафынан был конкурсҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – уларҙың башланғыстарына ярҙам итеү, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-10-02/yyl-esh-yuary-konkursy-i-lan-itelde-4833086