Милли проекттар
13 Октября , 12:05

ИТ-ипотека буйынса...

250-нән ашыу кредит бирелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИТ-ипотека буйынса...ИТ-ипотека буйынса...
ИТ-ипотека буйынса...

Йыл башынан алып Башҡортостанда ИТ өлкәһендәге белгестәргә льготалы ипотека программаһы буйынса 259 кредит бирелгән. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ осорға 197 булған. 2022 йылдан, йәғни программа эшләй башлағандан алып, республиканың ИТ-белгестәре күсемһеҙ милек һатып алыуға ике меңгә яҡын льготалы займ алған. ИТ тармағына ярҙам итеү – “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Льготалы программа Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығында аккредитацияланған һәм һалым льготаларына эйә булған ИТ-компаниялар хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һатып алыр өсөн түбәнерәк хаҡҡа кредит алырға мөмкинлек бирә. ИТ-ипотеканы баҙар йәки башҡа льготалы ставка буйынса кредит менән берләштерергә мөмкин. Был осраҡта кредиттың дөйөм суммаһы 18 миллион һумға тиклем етергә мөмкин. Хеҙмәткәрҙәре льгота менән файҙалана алһын өсөн, ойошма аккредитация үтергә, һалым льготалары алырға һәм һалым серенә ҡараған мәғлүмәттәрҙе асырға тейеш.

Ойошманың ИТ-ипотека шарттарына эләккән-эләкмәгәнен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡарарға мөмкин.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-10-13/it-ipoteka-buyynsa-250-n-n-ashyu-kredit-birelg-n-4842614

Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/855542/

Автор:
Читайте нас