

Башҡортостандың ҡымыҙ етештереүселәре йыл башынан сит илдәргә алты мең тоннанан ашыу продукт оҙатты. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илдәргә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Һөт продукцияһының төп өлөшө Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә (Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан) ебәрелә.
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында йылҡы һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Республиканың 180 хужалығында 130 мең баштан ашыу йылҡы малы аҫрала.
Республика Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урынды биләй. Йөҙҙән ашыу ҡымыҙ фермаһында өс мең тоннаға яҡын эсемлек етештерелә.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты Ватан компанияларына ярҙамдың туранан-тура системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Олег Яровиков фотоһы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-10-20/alty-me-tonnanan-ashyu-ymy-o-atyldy-4849027