Милли проекттар
23 Октября , 02:40

Ағиҙелгә 100 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелгән

Ағиҙел йылғаһының көньяҡ өлөшөндә, Мәләүез ҡалаһы биләмәһендә тәүге тапҡыр 100 меңгә яҡын уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелгән. Биотөрлөлөктө һаҡлау һәм күбәйтеү – “Экология именлеге” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) төп бурыстарының береһе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелгә 100 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелгәнАғиҙелгә 100 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелгән
Ағиҙелгә 100 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелгән

“2021 йылдан башлап Өфө һәм Благовещен эргәһендәге Ағиҙел йылғаһына 1 миллион меңгә яҡын уҡбалыҡ ебәрҙек. Был ҡиммәтле балыҡ популяцияһын тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Был Ағиҙелебеҙҙең флораһына һәм фаунаһына ыңғай йоғонто яһай.

Балыҡсыларға бер үтенес бар: Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында Ағиҙел йылғаһында ҡармағығыҙға уҡбалыҡ эләкһә, кире ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Улар үрсергә тейеш”, - тип яҙып сыҡты социаль селтәрҙәрҙәне битләүендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

 

Зариф Закир улы республиканың Урал аръяғы зонаһында йылғға-күлдәргә селбәрәләр ебәрелмәүен иҫәпкә алып, 2023 йылда “Росрыболовство” етәкселеге менән осраша һәм һөҙөмтәлә 2024 йылда Йылайыр һәм Быҙаулыҡ һыуһаҡлағыстарына 24 мең балыҡ ебәрелгән. 2025 йылда Баймаҡ районының Граф күленә 22 меңгә яҡын седбәрә ебәрелде.

“Киләһе йылда Әбйәлил районында Ҡыҙыл һәм Сибай ҡалаһы эргәһендә Төйәләҫ йылғаларына селбәрә ебәреү планлаштырыла, -тип пландары менән дә уртаҡлашҡан депутат.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас