

Әхмәт ауылына килен булып төшкән Сәғиҙә Һағынбаева Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылы биләмәһенең Килдеғол (Һарағы) ауылында (1912 йәки 1916 йылғы) урта хәлле ғаиләлә тыуа. Уның бер туған Ғәббәс ағаһын һыйыры, аты, күркәм йорто өсөн Себергә һөрәләр. Уның менән бәйләнеш булмау сәбәпле, яҙмышы тураһында бер ни белмәйҙәр. Сәғиҙә апайҙы димләп, Хәйруллин Рәхимйәнгә кейәүгә бирәләр. Ул — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Еңеүҙе Берлин стенаһы янында ҡаршылаған яугирҙың күкрәген орден-миҙалдар биҙәй. Ҡаты яраланып, бер аяғын юғалтҡан батыр йөрәкле һуғышсы тыныс көндәрҙә «Партизан» колхозын етәкләй. Улар ике балаға ғүмер бирәләр.
Әсәһенән иртә ҡалып, үгәй ҡулында тәрбиә алған инәй эшкә талымһыҙ, ныҡыш, сәмсел, ҡаратырыш була. Уның ҡулдарына күҙ эйәрмәй, бөтә ауыр эштәрҙе лә башҡара. Һуғыш осоронда Бағры йылғаһы буйында һыйыр һауып, һөтөн әйләндереп, ҡаймағын, үгеҙ йә һыйыр егеп, район үҙәгенә тапшыралар. Йәйге эҫеләрҙә бидондарҙы йылғаға төшөргән, сепараторҙың һауыт-һабаларын да ағым һыуҙа йыуған. Ҙур ҡаҙанда айыртылған һөттө йылытып, быҙауҙарға эсергән, малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә, утынын хәстәрләргә, ҡул менән игенен һирпеп сәсергә, утарға, йыйырға, өлгөрмәгәнен Ҡаран буйына ташып, кәбәнгә өйөргә, ҡышын молотилкала һуғырға тура килгән. Ата тоҙға тиклем ҡул тирмәнендә тартҡан, көн менән төндө бутаған, үтә лә ауыр осор була. Үҫмерҙәрҙең Һаҡмар буйында ат кәсилкәһе менән сапҡан көс еткеһеҙ бесәнен дә йыйып өлгөртөргә кәрәк. Селек, кесерткән бәйләүҙә Сәғиҙә инәй, барыһын да аптыратып, ике, хатта дүрт кешенең нормаһын яңғыҙы үтәй. Ҡаран йылғаһы буйында баҫыуҙа шалҡан, хатта ҡыярына тиклем үҫтереп, һуғыш барған ерҙәргә оҙатыу бурысы ҡуйыла. Ҡыштың оҙон төндәрендә йөнөн иләп, фронттағыларға ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткәләр ҙә бәйләргә кәрәк. Ашау яғы үтә лә наҡыҫ. Үҫтергән игенде ҡырып-һепереп, һуғышҡа оҙаталар, ҡырҙығын тирмәндәрендә тартып, өйрә бешерәләр, төнләтеп, утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, Яңауыл ауылы баҫыуҙарында ба-шаҡ йыйырға рөхсәт ителә, шунда юл тоталар. Бер ус бойҙай менән тотолоп, бер нисә ҡатын-ҡыҙ Белорет төрмәһендә лә ултырып сыға.
Тырыш ҡатындар, балаларын астан үлтермәҫ өсөн, ҡорот һыуын һарҡыта, ваҡ малдарҙың ас эсәктәренә тиклем, эҫе һыуҙа бешәкләп, ҡышҡылыҡҡа киптерә. Йәшел үләнгә аяҡ баҫып, ҡуян тубығы, һәр төрлө йыуалар, ҡайын «ите», әттек, һарына, ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ, кесерткән, балтырған күренһә, ҡышты сыҡтың —йәшәйһең әле тигән һүҙ. Ауылда астан шешенеп үлеүселәр, хәйерселәр күбәйә. Туҡһанға етеп барған Фазулла олатай мәрхүмдәрҙе тәрбиәләп, зыяратҡа күмә. Һуғыштың әсе михнәтен иңендә татып, көскә-көскә Еңеүҙе еткерә ауылдаштары менән Сәғиҙә инәй. 1937 һәм 1939 йылғы балалары ла ҡул аҫтына инерлек була. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ире, ниңәлер икенсе ҡатынды тормош юлдашы итеп һайлай. Яңғыҙы ике балаһын аяҡҡа баҫтырыуға аҡтыҡ көсөн йәлләмәй, ферма эштәренән бушамай. Алдынғылыҡты бирмәгән егәрле ҡатындың фоторәсеме почет таҡтаһынан төшмәй. Һандығы төбөндәге аҡ яулыҡҡа ҡәҙерләп төрөлгән миҙалдарының, хеҙмәт ярыштары еңеүсеһе исемен яулаған маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. 1947 йылда һуғыш осорондағы ал-ял белмәүе «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән баһалана. 17 ауылдашы менән бергә уның да исем-шәрифе «Тыл Геройҙары» китабына индерелә.
Совнарком тарафынан 1937 йылда булдырылып, һуғыш башланғас ябылырға мәжбүр булған, 1954 йылда ғына ҡайтанан тергеҙелгән Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә Әбйәлил районынан тәүгеләрҙән булып Сәғиҙә Хәйрулла ҡыҙы саҡырыу ҡағыҙы ала, Мәскәүгә уның менән Борисовка ауылынан һарыҡ ҡараусы йәш ир бара. Милли кейем кейгән алдынғы һауынсыны бригадир ат егеп район үҙәгенә илтеп ҡуя. Өфөлә райондарҙан килгәндәрҙе йыйып, самолетта Мәскәүгә оҙаталар. Уларҙың күкрәгенә М. И. Калинин үҙе ВСВХ-ның наградаларын ҡаҙай. Райондан юлдашы булған рус егете Сәғиҙә инәйҙе мавзолейға, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөй. Урыҫ телендә йүнләп аралаша белмәгән башҡа делегаттар бындай ҡәҙер-хөрмәттән мәхрүм ҡала. Дәүләт ябай башҡорт ҡатынының биш йыллыҡтарҙағы намыҫлы хеҙмәтен миҙалдар менән билдәләй. Аҙаҡ телевизорҙан Калинин бабайҙы күреп: «Әле һаман һаҡалын ҡырмаған икән», — тип ейән-ейәнсәрҙәрен аптырата. 1957 йылда иһә күкрәгенә «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалын ҡаҙайҙар.
Теремек, уңған, ауыр тормош юлы үткән, бар яҡтан да өлгө булырлыҡ, саҡматаш кеүек ныҡлы, сыҙам оло инәй 75 йәшендә лә колхоз өмәләренә сығып, йәштәрҙән ҡалышмай. Ике балаһынан тыуған 6 ейәнсәре, 5 ейәне юғары белем алып, Рәсәйҙең төрлө тарафтарына таралған. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән ейәнсәре Зифаға ла инәй милли кейемендә самолетта осоп бара.
Балалары уның наградаларын, милли кейемдәрен һаҡлап, ҡәҙерләп тота. Сәғиҙә инәйҙең үткән ғүмере — уларға тарихи мираҫ.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.