-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хаттар, хаттар — һарғайғандар...

Алдымда бер өйөм хаттар ята – фронтовик дуҫтарҙың тыныс тормошта бер-береһенә яҙған һағынышлы, ялҡынлы сәләмдәрен һаҡлай улар...

Алдымда бер өйөм хаттар ята. Фронтовик дуҫтарҙың тыныс тормошта бер-береһенә яҙған һағынышлы, ялҡынлы сәләмдәрен һаҡлай улар. Йылдар ағышы ҡағыҙ биттәрен һарыға мансыған. Был юлдарҙы теҙгән хат авторҙары араһында бөгөнгө көндә иҫәндәре бармы икән — билдәһеҙ... Шуныһы мәғлүм: алыҫ араларҙан Ирәндек ҡосағындағы бәләкәй генә Ҡалмаҡ ауылына төбәп яҙылған хаттарҙың хужаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бикйән Бикҡоловтың вафатына ла ошо айҙа 18 йыл тула. Ғәзиз атаһының иҫтәлеге булған ҡомартҡыларҙы яугирҙең ҡыҙы, Сиҙәм ауылында йәшәүсе Мәүҙиға апай Әбделмәнова ҡәҙерләп һаҡлай.

— Атайым 1925 йылда Ҡалмаҡ ауылында тыуған. 1942 йылда, 17 йәшлек сағында хәрби хеҙмәткә алына һәм һуғышҡа инә. Еңеү яҙынан һуң тағы ла өс йылға яҡын Украинала хеҙмәт итеп, беҙҙең бәхетебеҙгә, иҫән-һау әйләнеп ҡайта, — тип һөйләй яугирҙең ҡыҙы.

Бикйән Муллахмәт улы хәрби яу юлын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Кутузов ордендарына лайыҡ булған 4-се Гвардия Кубань казактар кавалерия корпусы составында уҙа. 1943 йылдың аҙағында түшенә ауыр яра алып, Днепропетровскиҙағы госпиталгә эләгә. Һауыҡҡас, 1944 йылдың яҙында йәнә фронт һыҙығына оҙатыла. Фронтовик, немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм рухи ныҡлығы өсөн, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Жуков, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана.

Утты-һыуҙы кискән яугир, ҡайтҡас, механизаторҙар курсын бөтөп, тракторға ултыра. 1951 йылда Учалылағы ауыл хужалығын механизациялау мәктәбендә бер йыллыҡ уҡыуҙа булып, механик-комбайнер таныҡлығын ала. Хеҙмәттә ҡаһармандарса фиҙаҡәрлек күрһәтә: 1957 йылда фронтовиктың күкрәгенә «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалын тағалар. Алдынғы комбайнерҙы Киров исемендәге колхоз идараһы һәм парткомы юғары күрһәткестәре өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләй.

Бикйән апа ҡазаға тарып, ҡулын ҡырҡтыра. Ошонан һуң да һуғышта сыныҡҡан ныҡлы рух һынмай: бүтән инде штурвал артына ултыра алмаһа ла, эшһеҙ тормай. Хаҡлы ялға киткәнсе Ҡырҙас урмансылығында урмансы була.

— Ғәрипмен тип тик ятманы, атайым эшкә ныҡ әрһеҙ булды. Атын да екте, сулаҡ ҡулына тимерҙән рычаг кеүек нәмәләр яһап алып, дилбегәне лә тотор ине, салғы менән бесәнен дә сапты. Әсәйем, Хөсәйен ауылынан Бәҙиға Хажғәле ҡыҙы, менән һуғыштан һуң өйләнешеп, биш балаға ғүмер бирҙеләр. Иң өлкәне — мин. Бөгөн атай-әсәйҙең һәм ике ҡустымдың арабыҙҙа булмауы үкенесле. Атай нигеҙендә бәләкәй ҡустым Маҙһар донъя көтә, – ти Мәүҙиға апай.

Фронтовик ҡыҙы атаһының яуҙаштары менән хатлашҡан осорон айырым йылылыҡ менән иҫкә алды. Унан да бигерәк Б. М. Бикҡолов 9-сы Гвардия кавалерия полкы ветерандар советының яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу эшенә хәленән килгәнсә өлөш индерә. Был хаҡта совет рәйесенән килгән ҡотлау хәбәрләмәләре, рәсми хаттар ҙа дәлилләй. Күмәк көс менән дивизия ветерандарының исемлеге төҙөлөп, 1983 йылда Украинаның Тульчин ҡалаһында йыйынтыҡ итеп нәшер ителә. Бер китапсыҡ почта аша Бикйән апаға ла ебәрелә. Быға тиклем дә фронтташ дуҫтары менән, бер-береһенән адрестар алып, хат аша хәбәрләшеп торған ветеран өсөн был ҙур бүләк була. Сөнки унда яуҙаштарының адрестары ла баҫыла. Хат яҙыуҙар тағы ла йышая. Илдең ҡайһы ғына мөйөштәренән хаттар килмәй бәләкәй генә ауылда донъя көткән киң күңелле апаға. Конверттарҙағы, байрам открыткаларындағы яҙыуҙарҙан, почта штамптарынан күренеүенсә, Армавирҙан, Майкоптан, Геленджиктан, Кубандән, Украинанан, Силәбенән, Стәрлетамаҡтан, Баймаҡтан... Айырыуса Краснодар крайынан күптәр. Улар үҙ-ара осрашып тороуҙары хаҡында ла яҙалар. «Ҡалмаҡ ауылы ҡайһы тирә? Картала ҡарап, таба алманым. Һеҙгә тиклем поезд менән килеп етеп буламы?» — тип күрешергә ниәте булыуын белдерәләр, «Боря, үҙең беҙгә килеп ҡайт», — тип ҡунаҡҡа ла саҡыралар. Бикйән Муллахмәт улына яуҙаштары һуғыш мәлендәгесә «Боря» тип өндәшә. Хаттарҙан ихласлыҡ, бер-береһенә ҡарата хөрмәт һәм туғандарса яҡын хистәр, Тыуған илде, тормошто яратыу тойғолары бөркөлә. Әйтерһең, һуғыштан һуң 30-40 йыл ваҡыт үтмәгән. Хаттар менән бер төргәктә һаҡланған «Фронтовиктар хәтерләй...» тигән китап — ҡәҙерле бүләк. Уның бер мөйөшөнә һуғыш ветераны: «Был китап Бикйән Бикҡоловтыҡы. Краснодарҙан полкташымдың бүләге», – тип яҙып ҡуйған.

— Атайым Украиналағы ниндәйҙер бер мәктәп уҡыусылары менән дә бәйләнеш тотто. Уларға кавалерия корпусы йылъяҙмаһын төҙөүҙә мәғлүмәттәр менән ярҙам итте. Был хаҡта уҡыусыларҙың рәхмәт хаттары һаҡлана. Бер нисә тапҡыр Украинаға осрашыуға ла саҡырҙылар, ләкин яу һәм хәрби хеҙмәт йылдары үткән яғына бер ҙә юлы төшмәне. Телевизорҙан һуғыш тураһында кинолар күрһәтһәләр, ысынбарлыҡҡа тура килмәй, тип көйөп тороп китер ине, — тип дауам итә Мәүҙиға Бикйән ҡыҙы. — Шөкөр, атайыма Еңеүҙең 55 йыллығын да күрергә яҙҙы. Ҡәҙергә кейгән костюмының түше Еңеүҙең һәм СССР Ҡораллы Көстәренең юбилей миҙалдары менән тулды. 2000 йылда бирелгән «Фронтовик 1941–1945» миҙалын ордены яғына таҡты. Был уның һуңғы миҙалы булды. Атайым 2002 йылдың яҙында мәрхүм булды...

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Хатттарҙан өҙөктәр

«Һаумы яуҙаш дуҫ, полкташ! Һиңә һәм ғаиләңә күп сәләмдәр ебәреп хат яҙа 2-се взводтан элекке командирың Степан Андреевич Павленко. Боря тип фронттағыса өндәшәм. Һуғыш йылдары артта ҡалһа ла, уны иҫләмәгән көн юҡ, төштә лә һуғыш. Беҙ йәш инек, йүгереп йөрөнөк. Ә хәҙер яуҙаштар әҙ ҡалдыҡ. 9-сы кавдивизия ветерандары исемлеген алғас, Армавирға Николай Коротенкоға барҙым. Ул һинең адресыңды бирҙе. Исемлеккә беҙҙең батареянан 34 кеше генә индерелгән, байтаҡтарын иҫләмәйем дә. Ә Исмаил менән һине бик яҡшы хәтерләйем. Ул да иҫән ҡалған тиҙәр, ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем. Адресы булһа, хәбәр ит!».

«Фотоңды алдым, рәхмәт. Һине танырлыҡ та түгел — үҙгәргәнһең, олоғайғанһың. Һуғыш барған 4 йылда күпте күрергә тура килде беҙгә. Хәҙер ҙә һуғыш төшкә инеп йөҙәтә. Йә бомбежка, йә атыш башлана... Шул мәлдә тертләп уянып китәм, ә бахыр йөрәк күкрәкте ярып сығып килә. Ярай, был турала етәр. Йәшәйбеҙ әле, әҙерәк һаулыҡты бирһен, һиңә лә шуны теләйем. Сәләм менән ныҡ итеп ҡулыңды ҡыҫып, полкташ дуҫың Степан».

«Боря, яуапты оҙаҡ көттөрөүемдең сәбәбе — температурам күтәрелеп, ике аҙна грипп менән сирләп яттым. Өсөнсө көн инде үҙемде яҡшы тоям, ҡалаға сығып йөрөп килдем. Бынан да ауыр саҡтарҙа тере ҡалдыҡ. Хәҙер йәшәргә лә йәшәргә беҙгә — был барыһынан да ҡиммәтерәк».

«Боря, һин белһәң икән, 42 йыл үткәндән һуң мине эҙләгәнеңде белгәс, ифрат ҡыуандым», — тип яҙа Алексей Бондарев.

«Сәләм менән хат яҙа полкташың, 34-се кавалерия полкының 3-сө эскадроны хәрби инструкторы Алексей Королев. 9-сы Гвардия кавалерия полкы ветерандар советында һеҙ торған йүнәлеш буйынса старший итеп тәғәйенләнеләр. Рәйес — В. И. Синько, урынбаҫары — В. С. Паламарчук. Һеҙҙең менән бәйләнеш тоторға ҡушылды. Беҙ мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында, колхоз-совхоздарҙа дивизияның, корпустың хәрби ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләргә, ошо рәүешле социалистик интернационализмына һәм совет патриотизмына, Тыуған илгә ҡайнар һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Йылына ике тапҡыр (май һәм декабрь) һеҙгә башҡарылған эш буйынса отчет ебәрергә кәрәк».

«Сәләм хат! Һаумыһығыҙ, Бикйән ағай! Һеҙгә фронтовик дуҫығыҙҙың өлкән улы Абзаков Мирза тигән ҡустығыҙ яҙа. Беҙ һеҙҙең хатығыҙҙы алдыҡ. Ул нисектер миңә атай мәрхүм менән һөйләшкән һымаҡ тойолдо. Атайым 49 йәшендә сәсеү ваҡытында үлеп ҡалды. Беҙ өс ул тороп ҡалдыҡ. Их, атайым мәрхүм менән осрашып ултыра алһағыҙ ҡалай һәйбәт булыр ине лә бит. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем», — тиелә Баймаҡ районы, I Этҡол ауылынан килгән хатта.

Читайте нас: