+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләмдең батыр һалдаттары

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы утты-һыуҙы кискән туғандарым тураһында яҙып үтергә булдым. Уларҙың да Еңеү яҙын яҡынайтыуға индергән өлөштәре аҙ булмаған...

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы утты-һыуҙы кискән туғандарым тураһында яҙып үтергә булдым. Уларҙың да Еңеү яҙын яҡынайтыуға индергән өлөштәре аҙ булмаған...

Әсәйемдең атаһы Йосоп Ҡарамырҙин — 1906 йылғы, Әбделмәмбәт ауылынан. Тыуған ауылында буй еткереп, һуғышҡа тиклем колхозда тимерсе булып эшләй. Әниә өләсәйем менән тормош ҡороп, ике ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр.
Олатайым 1941 йылда һуғышҡа китә. Фронттан ни бары өс кенә хаты килеп өлгөрә, 1942 йылдың ғинуарында, Сталинград өсөн барған ҡаты яуҙа хәбәрһеҙ юғала. Өләсәйем ғүмер буйы олатайҙы көттө. Уның тураһында һөйләр-һөйләр ҙә, ауыҙын яулыҡ осо менән ябып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ менән, оҙаҡ уйланыр ине.
Олатайымдың Әхиәр тигән ҡустыһы ла Курск дуғаһында ятып ҡала. Ул артиллерист булған. Һу-ғыштан алда ғына Әхиәр апам Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан Хәбиҙә инәй Йәнтилинаны кәләш итеп алып, донъя ҡора, әммә балалары булып өлгөрмәй. Инәй, апамды 50-се йылдарға тиклем тормошҡа сыҡмай көтә лә, кире тыуған яғына ҡайтып китә. Әниә өләсәйем 1913 йылғы ине, 96 йәшкә етеп, донья ҡуйҙы.
Атайымдың атаһы Яхъя Әсәҙуллин — 1901 йылғы, Ишбулды ауылынан. Наҡия исемле һеңлеһе менән иртә атай-әсәйһеҙ ҡалып, ике туған Тажетдин ағаһында көн күрәләр. Егет ҡорона етеүгә илдә Октябрь революцияһы, унан һуң Граждандар һуғышы башлана. Ишбулды ауылын әле аҡтар, әле ҡыҙылдар килеп баҫа. Аҡтар ауылға килгәндә Тажетдин апаның өлкән улы Фазлиәхмәтте аты менән ылауға алып китәләр. Фазлиәхмәт, ошо китеүҙән ҡайтмай, эҙһеҙ юғала.
Аҡтар килгәндә олатайым, эҫкертте өңөп инеп, йәшенеп ҡала. Ошо ваҡиғанан һуң ул, 1918 йылда ауылдан сығып китеп, Темәстә ҡыҙылдарға барып ҡушыла, ә ауылға 1921 йылдың аҙағында ғына ҡайта. Һеңлеһе Наҡия был ваҡытта Тәпәндә туғандарында була, уны алып ҡайтып, икәүһе йәшәй башлайҙар. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарынан күренеүенсә, Яхъя Әсәҙуллиндың ғаиләһендә бер ир һәм бер ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, тимәк, улар икәүһе йәшәгән. Наҡия инәй 1927 йылда Хөсәйен ауылынан Ғүмәр Ҡусҡаровҡа тормошҡа сыға. Улар биш балаға ғүмер бирә. Ғүмәр апа 1941 йылда яуға китә һәм Калинин (Тверь) ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа башын һала.
Яхъя олатайым һуғышҡа тиклем Гөлйемеш өләсәйем менән ғаилә ҡороп, өс ир балаға ғүмер бирәләр. Өләсәйем Учалы районы Илтабан ауылыныҡы ине. Олатайым һуғышҡа 1941 йылда алына. Тәүге тапҡыр ут эсенә Харьков эргәһендә инә. Уның һөйләүҙәренән: «Ундағы мәхшәрҙе оноторлоҡ түгел. Биш-алты һалдатҡа бер мылтыҡ, иптәшеңдең үлгәнен көтөп ятаһың. Патрон урынына йәшниктәрҙә тимер-томор, көрәк, балта баштары, снаряд урынына кирбестәр килде. Тимәк, илдә беҙҙең еңелеүҙе теләүселәр ҙә булған. Илбаҫарҙарҙы баҫтырып Харьковҡа барып инһәк, ҡаланың ситендә немецтар беҙҙе мотоцикл, машина, танкылар менән көтөп ултырған. Шунда беҙҙең һалдаттарҙы күп ҡырҙылар. Саҡ ҡотолдоҡ. Үҙебеҙҙең яҡҡа төнөн генә килеп сыҡтыҡ».
Ошо яуҙа ул яралана. Тамбов госпиталендә йүнәлеп сыҡҡандан һуң, олатайымды Ленинград фронтына ебәрәләр. Зенит расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Еңеү яҙын олатайым сафта ҡаршылай. Уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа бик күп миҙалдар биҙәне.
Һуғыш ваҡытында олатайымдың ғаиләһе Борисовка ауылына күсә, сөнки ауылда йәшәү бөтөнләй ауырлаша. Өләсәйем «Йәнгел» совхозында эшләй. Өлкән улы Сәлихйән, ҡул араһына инеп, әсәһенә ярҙамлаша. Бәләкәстәре Фазылйән менән Сабирйән рус балалары менән өйҙә ҡала. Олатайым яуҙан ҡайтҡанда, Магнитогорскиға килеп төшөп, йәйәүләп, тура Борисовкаға бара. Ауылға ингәнендә эңер мәле була. Кешеләрҙән һорашып, ғаиләһе йәшәгән йортто таба һәм ипләп кенә тәҙрәнән ҡарап тора. Ғаиләнең киске сәйгә ултырған мәленә тура килә. Өләсәйем һиҙенеп тәҙрәгә ҡарап ебәрә һәм ҡапыл: «Балалар, атайығыҙ һуғыштан ҡайтҡан бит!» — тип илап ебәрә. Был турала беҙ олатайҙың үҙенән ишетеп үҫтек. Шул йылды олатайым ғаиләһе менән Ишбулды ауылына күсеп ҡайта. Олатай ҙа, өләсәй ҙә колхозда эшләй. Олатайҙың күкрәгенә «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы ҡаҙала. 1957 йылда юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Мәскәүгә ВДНХ-ға делегат итеп ебәрелә һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Пенсияға сыҡҡас та, оҙаҡ йылдар колхоздың Ишбулды бригадаһында ат ҡараусы булып эшләне, йәй көндәре ҡырҙа, баҫыуҙа эшләгәндәр өсөн ат менән һыу ташый торғайны. Ишбулдыла мәсет булмағанда йома намаҙҙарын олатайымдың өйөндә уҡынылар, әхирәткә күскәнсә ул биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы.
Үрҙә яҙып үткән яҡын кешеләремдең иң күркәм холоҡтары булып баҫалҡылыҡтары, сабырлыҡтары, тыныслыҡтары күңелгә уйылып ҡалған. Етемлектә үҫһәләр ҙә, ил өҫтөнә ябырылған ауырлыҡтан береһе лә йөҙ бормаған, Тыуған ил өсөн йән-тәнен аямай һуғышҡан, башын һалған, хеҙмәт көсөн түккән... Йәндәрегеҙ ожмахтың түрендә булһын, олатайҙарым, өләсәйҙәрем, апаларым, инәйҙәрем!
Сәлих ӘСӘҘУЛЛИН.
Ишбулды ауылы.

Читайте нас: