-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер ғүмергә торошло бүләк

Һуғыш яланында иҫтән яҙған Ғүмәр Ғилмановты санитарҙар ялан госпиталенә алып килә.

— 1944 йылда мине һуғышҡа алдылар. Әлкәлә өс ай булғас, кесе лейтенант дәрәжәһендә II Белорус фронтында уҡсылар батальонында парторг булдым. Элекке Көнсығыш Пруссияның Кенигсберг йүнәлешендәге Гербау ҡалаһы янында ҡаты яраландым. Таң һыҙылғанда мине немец снайперы эләктерҙе, әммә түшемдәге трофей — немец сумкаһы һаҡланы. Уны яҡташым, Верхнеуралдан Василий Мещеряков бүләк иткәйне. Әйберҙәр һалған сумкам бар ине, әммә бүләктән баш тартыуҙы әҙәпһеҙлеккә һананым. Бүләк, ус дәүмәлендәй генә булһа ла, баһаһы ҡиммәт — бер ғүмергә торошло булып сыҡты. Немец снайперының пуляһы сумка эсендәге блокнот, көҙгө аша үтеп, тән туҡымаһының йомшаҡ өлөшөн яраланы. Автоматыма таянып, медсанчастҡа юлланғайным, мина шартланы. Уның ярсыҡтары ботомдо, умыртҡамды өттө. Ҡанһырап иҫтән яҙғанмын. Санитарҙар мине комбаттың верандаһына алып килгән. Яҙмыш ҡушыуымы, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамымы, шул бүләк мине яңынан тыуҙырҙы. Миңә ғүмер бүләк иткән ҡанлы сумканы ҡәҙерләп һаҡлайым, — тип һөйләгәйне Теләштәге яугирҙәр иҫтәлегенә таш һәйкәлде асырға килгәндә Күсем ауыл фронтовигы Ғүмәр Ғилманов. Был яңы обелискыны Рәил Бәшәров, Фәнил Харрасов ағайҙар эшләгәйне. Уҡыусылар тирә-яғына сирень ағастары ултыртты. Йылдың-йылы улар май байрамына күкрәп сәскә атып, шул осорҙо иҫкә төшөрә, Ғүмәр ағай хаҡындағы хәтирәләрҙе яңырта...
Һуғыш яланында иҫтән яҙған Ғүмәр Ғилмановты санитарҙар ялан госпиталенә алып килә. Аяҡтарын мина ярсыҡтары сыбарлаған, умыртҡа бағанаһын пуля йәрәхәтләгән яугирҙы хәрби табип Неман эргәһендәге Инсбург ҡалаһындағы госпиталгә оҙата.
...Таң атыр алдынан атыш тауыштарын ишетеп, яралыларҙың ҡаланы Бандера алған тип фаразлауҙары дөрөҫ булмай, күптән көткән Еңеү тантана итә. Яугирҙарҙың күңелдәре йошара, стакандарҙы сәкәштереп, яралылар ҙа: «Уррра!» ҡысҡырып, ҡыуаныстарынан ни эшләргә белмәй, елкенгән күңел урамға әйҙәй.
Әммә яралар әле бөтәшмәгән, уңалмаған. Хирург Ғүмәр Ғилман улын Ҡазанға ебәрә. Еңеү шауҡымынан яралылар, нисек тә булһа, тыуған яҡтарына ҡайтырға ынтыла, яҡын-тирәләге госпиталдәргә ебәреүҙәрен үтенә. Яҡташыбыҙ, әлбиттә, Магнитогорскиға ҡайтарыуҙарын һорай. Әммә тәнендәге немец «күстәнәстәрен» сүпләмәйенсә ҡайтыу тураһында уйламаҫҡа ҡушалар. Операция бер нисә сәғәт дауам итә. Яугир һыҙланыуҙан аңын юғалта. Шәфҡәт туташының сикләренә һуҡҡыслауынан иҫенә килгән Ғилманов, уның янында бокалдар күтәргән дуҫтарын күреп, операцияның уңышлы үтеүенә төшөнә. Тыуған Башҡортостаны һағындырып, үҙенә әйҙәй. Артабан дауаланырға Магнитогорск ҡалаһына килә, ләкин бындағы госпиталь эвакуацияланған була. Ҡала коменданты фронтовикты икенсе берәй ҡалаға юлларға ниәтләһә лә, ул Ташбулат дауаханаһында дауаланырға ҡарар итә.
Тыныс тормоштағы ғүмерен фронтовик ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың ҡаһарманлығын мәңгеләштереүгә арнаны. 1947 йылдан был изге эшкә тотонған яугир-уҡытыусы Геройҙың йәшәгән нигеҙе урынында мемориаль музей асыуға өлгәште.
Яҙыусы Серафим Вайсман «Там, у горы Котокай» китабында мәҡәлә геройының Күсем руднигында шахтала эшләгән еренән һуғышҡа китеүе тураһында яҙған. Һуғыштан һуң Ғүмәр Ғилман улы ауылдаш шахтерҙарҙың героик хеҙмәте тураһында мәктәптең бер мөйөшөндә бәләкәй генә музей төҙөй. Бына улар: Тайфур Ғайсин, Ғәйфулла Ғайсин, Ғәбдрәшит Саматов, Өмөтбай Хөсәйенов, Тажетдин Кусимов, Рысйән Усманов, Сабур Ғәлимов, Йомаҙил Заһретдинов, Вәлиәхмәт Сәғитов, Хажиәхмәт Ҡужахмәтов, Сөләймән Шаһыбалов, Йәнсәйет Йәнйегетов, Хужахмәт Фәйезов, Айытҡол Әхмәтов. Шахтерҙар һуғыштың тәүге көндәренән алып аҙағынаса шул ваҡытта һалынған тимер юлы буйлап, Магнитогорск комбинатына марганец рудаһы оҙата. Уларҙың, үҙҙәрен аямай, тәүлек буйына ҡул көсө менән сығарған руданан, һәр икенсе Т-34 танкының броняһы, һәр өсөнсө снаряд ҡойола...
Шахтер, һуғыш ветераны, данлыҡлы уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе этнограф, ауыл хәбәрсеһенә быйыл 100 йәш тулған булыр ине. Һәр кемгә асыҡ сырайлы, киң күңелле, тынғыһыҙ йөрәкле яугир ошо төбәктә йәшәгәндәрҙең күңеле түрендә мәңге һаҡланыр.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.

Читайте нас: