Бөтә яңылыҡтар

Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү саралары планы раҫланды

Әлеге көнгә Башҡортостанда раҫланған саралар планын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ (унда артабан үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал):

5 май

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев

иҫтәлегенә бокс буйынса турнир.

5 – 8 майҙа боксерҙар спорт мастерлығына кандидат исеме

өсөн көс һынашасаҡ.



8 май

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына киткән

яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә Монумент асыу тантанаһы

72-се еңел атлетика эстафетаһы

Ҙур ярышта меңдән ашыу кеше — студенттар, уҡыусылар,

балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре,

хеҙмәткәрҙәр ҡатнашасаҡ тип көтөлә.


Старт Еңеү паркы майҙансығында бирелә


«Терра Башкирия» турниры

Һыбайлылар бәйгеһенең 4-се этабы.

Бында Борай, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй жокейҙары уҙышасаҡ.





Читайте нас