-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауылымдың абруйлы уҙаманы

Ир-ат эштән бушау менән үҙҙәре эшләп алған ағас мылтыҡтар менән күнекмәләргә йүгерә, ҡул һуғышы алымдарына өйрәнә.

Һуғыш башланғанда алты ғына йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, хәҙер ул ваҡыттан 80 йылға яҡын ғүмер үтһә лә, барыһы ла күҙ алдымда. Беҙҙең Ирәндек тауының итәгенә һыйынып ултырған бәләкәй генә Хөсәйен ауылы ни бары 33 өйҙән торҙо, ләкин ир-егеттәр күп ине. Йәштәр ауыл мәсетен, сәхнә эшләп, клуб итеп йүнәтеп алдылар. Күрше ауылдарҙың йәштәре менән йыйылышып спектакль ҡуя торғайнылар. Яҙғы сәсеү эштәрен тамамлағас, Ҡалмаҡ, Әбделмәмбәт йәштәре Хөсәйенгә килеп, Ирәндектең иң бейек түбәләренә — Ҡоҙғонташ һәм Тағанташ ҡаяларына ял итергә сығырҙар ине. Текә ҡаяларға иң ҡыйыуҙар ғына үрләй. Ә уның башынан алыҫ саҡрымдарҙы айҡарға мөмкин: көнсығышта Мәғнит ҡалаһының оҙон торбаларынан төтөн борлатҡан заводтарына тиклем ус төбөндәгеләй күренһә, көньяҡта Сибай ята, төньяҡта инде осһоҙ-ҡырыйһыҙ ылыҫлы урман. Ҡыҙыл, Урал йылғалары аҡ еп булып барып күҙҙән юғала. Бейектән ҡарағанда ҡаяларҙа оя ҡорған мәғрүр ҡоштар ҙа аҫта оса. Йыл һайын Тағанташ менән Ҡоҙғонташҡа күтәрелеү йәштәрҙең традицияһына әйләнгәйне. Егеттәр юл ыңғайы Ирәндектән ҡурай көпшәләре ҡырҡып алып, ҡая башына менгәс, уға уйымдар тишеп, моң сығарыр, ҡыҙҙарҙы йырлатыр, кис ауғас, күмәкләшеп ауыл клубына уйынға төшөрҙәр ине. Гармун кеүек нәмә булманы, ҡурайға бейейҙәр ине ул саҡтарҙа. Ул уйындарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды хәҙер. Биш-алты ҡурайсы ярышып бейеү көйҙәрен һыҙҙырғанда клуб һелкенеп торҙо. Дәртле йәштәр «Наза»ға теҙелер, йә түңәрәккә бейергә төшөрҙәр ине. Беҙ бәләкәйҙәр ағай-апайҙарға һоҡланып: «Их, ҡасан беҙ ҙә улар кеүек булырбыҙ икән?» — тип хыяллана инек.
Йәштәрҙең дәртле киске уйындарының береһе һуңғыһы булды. Ҡояш ҡалҡып күп тә үтмәне, ауылға һуғыш башланыуы тураһындағы ҡот осҡос хәбәр килде. Күрше ятҡан Хәлилдән бер-ике кеше килеп, тиҙ арала халыҡты йыйып, йыйылыш үткәрҙе. Кисә кис кенә бейеп йөрөгән егеттәр үҙ ауылдарына ҡайтырға ашыҡты. Йыйындан һуң Хөсәйендең абруйлы кешеләрен алып ҡалып, оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Шуларҙың береһе, «Ударник» колхозы бригадиры Әбдрафиҡ ағай Күсәрбаевҡа халыҡты туплап, үҙ-ара ойошҡанлыҡ булдырыу, повесткалар килгәнгә тиклем ир-егеттәрҙе әҙерләү, һуғыш алымдарына өйрәтеү бурысы йөкмәтелде. Үҙен бер-ике айға һуғышҡа ебәреүҙән ҡалдырып тороуҙары тураһында әйттеләр.
Әбдрафиҡ ағайыбыҙ тәүге көндән үк ең һыҙғанып эшкә тотондо. Уттай ҡыҙыу бесән өҫтө. Ир-ат эштән бушау менән үҙҙәре эшләп алған ағас мылтыҡтар менән күнекмәләргә йүгерә, ҡул һуғышы алымдарына өйрәнә. Ағасҡа бесән урап бәйләп, уны немец итеп сәнсәләр, карабиндың приклады менән икенсе «дошманды» йыға һуғалар. Ҡараңғы төшкәнсе һуғыш күнекмәләрен башҡарып арыһалар ҙа, маршҡа баҫып, строй әҙерлеге лә үтәләр ине. Беҙ, 1935–1936 йылғы малайҙар, апаруҡ күп булдыҡ. Өлкәндәргә ҡушылып, стройға теҙелеп йөрөй торғайныҡ, ҡамасаулайһығыҙ, тип бер ҙә ҡыуып ебәрмәнеләр. Күпмелер ваҡыттан ысын карабин алып килделәр. Винтовканың төҙөлөшөн өйрәнеүгә хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлеп иттеләр. Клуб алдына өҫтәлдәр ултыртып, ҡоралды һүтеп йыйырға, уның өлөштәренең нисек аталыуына тиклем өйрәттеләр.
Бер айҙан ауылдан бер нисә кеше фронтҡа алынды. Күҙ терәп торған ир-уҙамандарҙы һуғышҡа оҙатыу менән Әбдрафиҡ ағай һуғышҡа аттарҙы әҙерләүгә тотондо. Колхоздың йылҡы өйөрөн ҡыуып алып килеп, һыбай өйрәтте. Тәүҙә баш бирмәҫ ярһыу айғырҙарҙы ауыҙлыҡлаһа, комиссия килеп бейә малдарын да өйрәтергә ҡушып китте. Сабып килгән һыбайлыларға ырғып үтеү өсөн бүрәнәләрҙән ҡоймалар эшләнде. Аттарҙың ул кәртәләрҙе емереп үтә сыҡҡан саҡтары ла булды. Аттарын бейеклек аша ырғырға өйрәтә алмағандар, сабырлыҡтары шартлап өҙөлөп: «Әбдрафиҡ ағай, минекен дә һин өйрәтеп ҡара әле», — тип мөрәжәғәт итерҙәр ине. Кешеләрҙе генә түгел, аттарҙы ла тыңлата белә ине шул ағайыбыҙ.
Ауылда һуғышҡа киткәндәй ир-ат һирәгәйҙе. Улар артынса аттарҙы ла фронтҡа оҙаттылар. Бер мәл Әбдрафиҡ ағайҙың хәрби комиссариатҡа барып: «Мине һуғышҡа ебәрегеҙ», — тип үҙе һорап повестка алып ҡайтыуы ауылда ҡалған ғына халыҡты шаңҡытты. Ул да китһә, ауыл бөтөнләй етемһерәй бит. Һуғышҡа китерҙән алда ағай йыйылыш үткәреп, ҡатын-ҡыҙҙарға бесән әҙерләү буйынса йөкләмәләрҙе арттырып үтәргә, кемдең ҡулынан ниндәй эш килә, еңеү өсөн хәлдән килгәнсә көс түгергә, оло бабайҙарға бесәнсе ҡатындарҙың салғыларын сүкеп, янып биреп торорға ҡушты. Ә беҙгә, малайҙарға: «Һеҙ атайҙарығыҙ урынына ҡалаһығыҙ, тыңлаулы булығыҙ», — тине, иламһыраусыларҙы мәрәкәләп, күңелдәрен күтәрҙе. 1942 йылдың ғинуарында Әбдрафиҡ ағайҙы бөтә ауыл менән илашып, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, оҙатып ҡалдыҡ.
Тылдағы тормош нисек кенә ауыр булмаһын, ауыл халҡы түҙҙе. Нисәнсе йыл булғандыр, һуғыштың иң ҡыҙыу барған сағында Әбдрафиҡ ағай хәрби формала ауылға ҡайтып төштө. Өҫтөндә шинель, аяғында кавалеристар итеге. Ҡылысы, пистолеты бар ине. «Өс көнгә генә ҡайттым, һуғышҡа по-полнениеға аттар алып килергә ҡуштылар», — тине. Үҙенең 112-се башҡорт атлы дивизияһында һуғышыуы, нисек итеп һыбай сабып килгән килеш фашистарҙы өҙә сабыуҙары тураһында һөйләүе иҫтә ҡалған. Ауылдаштарының хәл-әхүәлен белешеп йөрөп сыҡты.
Һуғыш аҙағына яҡынлашҡас, 1944 йылдың авгусында яугир, түше тулы орден-миҙалдар тағып, ҡултыҡ таяҡтарында ҡайтып төштө. Аяғы ҡаты яраланып, ҡатмарлы операциянан һуң оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланып, III төркөм инвалиды булып демобилизацияланыуы тураһында белдек. Был мәлгә беҙ, һуғыш малайҙары, арыу уҡ ҡына үҫкән инек. Наградалары менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙға яуап итеп, Әбдрафиҡ ағай уларҙы ниндәй батырлыҡтары өсөн тағыуҙары тураһында һөйләне. Ағайыбыҙҙың түшендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла бар ине.
Һуғыштан ҡайтҡас, Әбдрафиҡ Күсәрбаев колхозда төрлө етәксе эштәрҙә намыҫлы эшләне. Хәлил май заводында испектор, ферма мөдире булды, бер нисә мәртәбә ауыл Советына, аҙаҡ район Советына депутат итеп һайланды. Уң аяғы тубыҡтан бөгөлмәне. Шулай булһа ла, кәбән дә һалды, һуңғы йылдарҙа малсылыҡ тармағында көтөүсе булып эшләне. Мин уның бер ваҡытта ла зарланғанын ишетмәнем. Тормош юлдашы Ғәлимә еңгәй менән 8 бала үҫтерҙеләр, бөтәһен дә уҡытып, һөнәрле иттеләр. Ҡартайғансы ат тотто — һуғышты ат өҫтөндә үткән фронтовик бигерәк ат йәнле булды.
Үлем түшәгендә ятҡанда ла, уны һуңғы юлға оҙатҡанда ла эргәһендә булырға тура килде. Ветеран 1991 йылда, 76 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты. Тыуған ауылым Хөсәйендең абруйлы уҙаманын, аҙаҡ Хәлилдә лә урамдаш, күрше булып йәшәнек, һағынып иҫкә алам.
Зәкир НИҒМӘТУЛЛИН.
Хәлил ауылы.

Читайте нас: