-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Юлдаш ауылынан Шәйхислам Хәбиров Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡаһарман яугирҙәрҙең береһе.

Юлдаш ауылынан Шәйхислам Хәбиров Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡаһарман яугирҙәрҙең береһе. Фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан, һуңынан тыныс тормошта илде күтәреүҙә фиҙаҡәр эшләгән уҙаман. Уның хаҡында иҫтәлектәре менән ветерандың улы, Гусев ауылында йәшәүсе Ҡотдос Хәбиров уртаҡлашты.

1910 йылда донъяға килгән Шәйхисламға ата-әсә ҡосағында иркәләнеп кенә үҫергә яҙмай. Атаһы Динислам, граждандар һуғышынан ҡайтҡас, күп тә тормай мәрхүм була. Бала сағында уйын урынына, эшкә егелә. Тәүҙә байҙарға ялланып мал көтә. 1929 - 1932 йылдарҙа үҙенең аты менән Магнитогорск комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша. 1933 - 1937 йылдарҙа Ярлыҡап алтын ҡаҙыу приискыһында старатель булып эшләй. Унан һуң урындағы хужалыҡта көс түгә.
...1941 йылдың көҙөндә Шәйхислам Хәбиров колхоз баҫыуынан һуң ғына ҡайта. Ашлыҡты йыйыу эшсе көстәрҙең, техниканың етешмәүе арҡаһында ауырға тура килә. Ауылда тик бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро ҡалған. Төн уртаһында өйгә килеп инеүгә повестка көтөп тора. Таң менән ул Юлдаштан йәйәүләп Асҡарға сыға. Бер нисә көндән Ш. Хәбиров Тоцк лагерында була. Ҡыҫҡа ваҡытта командирҙар курсын тамамлай.
1943 йыл. Совет һалдаттары дошманды көнбайышҡа табан ҡыуа башлай. Орел, Курск янында ҡаты алыштар бара. Сержант Шәйхислам Динислам улы тап ошонда илбаҫарҙар менән тиңһеҙ алышта батырлыҡ күрһәтә.
Үлемесле алыштан һуң һуғыш яланы тынып ҡалған кеүек була. Тик оҙаҡҡа түгел. Бына ике танк һәм өс бронемашина күренә. Улар артынан немец һалдаттары килә. Ҡара тәреле танк Хәбиров ятҡан траншеяға яҡынлаша һәм уның өҫтөнән үкереп үтеп китә. Тупраҡ ҡойоно аҫтында ҡалған һалдат йән асыуына окоп төбөндәге гранаталар бәйләмен танк артына ырғыта. Тирә-яҡты туҙан-төтөнгә күмеп, танк шартлай. Ҡалған техникаһы ла тар-мар ителгән дошманды юҡ итеү бер ни тормай. Тиңһеҙ алыштағы ҡаһарманлығы өсөн сержант Хәбиров юғары наградаға — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Артабанғы яуҙарҙа ла Шәйхислам Динислам улы үҙен ҡурҡыу белмәҫ батыр һуғышсы итеп күрһәтә. Үҙен аямаған яугир ике тапҡыр яраланып, госпиталдә дауалана һәм кире сафҡа ҡайта. Ш. Хәбиров бөтәһе 13 ҡаланы дошман әсиренән азат итеүҙә ҡатнаша, шуның өсөн ул Иосиф Сталиндың шәхсән рәхмәт хатына лайыҡ була. Еңеү көнөн Германияла ҡаршылаған яугирҙың хәрби наградалары янына I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «1941 - 1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн» миҙалы өҫтәлә. Дошман ҡоллоғонан күп кенә илдәрҙе азат итеп, тыуған яғына 1946 йылдың ноябрендә генә әйләнеп ҡайта.
Ш. Хәбиров оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡта бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Ғүмер юлдашы Сажиҙә Сафа ҡыҙы менән татыу ғүмер итәләр. Өс ҡыҙ һәм дүрт малай атаһы, балаларына ла лайыҡлы тәрбиә бирә. Шәйхислам Динислам улының тыныс тормоштағы намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана, ул «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышының икенсе төркөм инвалиды, хеҙмәт ветераны 1993 йылда вафат була.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: