-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ил һәм тыуған ер өсөн...

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Менәүәр Һаҙый улы Мусин да Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен үҙ иңендә кисергән кеше.

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Менәүәр Һаҙый улы Мусин да Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен үҙ иңендә кисергән кеше.
Олатайым 1925 йылда Ҡаҙмаш ауылында донъяға килгән.1937 йылғы репрессия уларҙың ғаиләһен урап үтмәй — олатайымдың атаһын һәм уның ҡустыһы Кәбирҙе ялған ғәйеп тағып, ҡулға алалар һәм улар ошо китеүҙән әйләнеп ҡайтмай. Ошо ваҡиғанан һуң бер йыл үтеүгә Менәүәр олатайҙың әсәһе лә донъя ҡуя. Олатайҙы Буранғолда йәшәүсе туғаны Фатима инәй Сәлмәнова үҙ ҡарамағына ала. Ете класс белем алған олатайым 1940 йылда Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә һуғыш башланыу сәбәпле, уҡыуын ташларға мәжбүр була.
Йәш егет Тыуған илен һаҡлау өсөн фронтҡа ынтыла, әммә йәшең тулмай тип, уны алмайҙар. Шунан ул тыуған йылын арттырып, 1924 йылғы тип яҙҙырып, үҙ теләге менән 1942 йылдың июлендә һуғышҡа китә.
Хәрби хеҙмәтен Кутузов орденлы 32-се саперҙар бригадаһының 288-се инженер-сапер батальонында сапер-разведчик булып башлай. Сталинград янында барған алышта, 1943 йылдың мартында, яралана. Госпиталдә дауаланғас, I Украина фронты составында Украинаны, Киевты азат итеүҙә ҡатнаша. Көнсығыш Европа илдәре — Польша, Чехословакия, Прибалтиканы дошмандарҙан азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә батыр һалдат. 1943 йылда ул комсомол сафына алына.
Олатайым Кенигсберг ҡәлғәһен азат итеү, Берлинды штурмлау операцияларында ла ҡатнаша. Уларҙың батальоны Одер йылғаһы буйында Американың союздаш ғәскәрҙәре менән осраша. Берлинға ингәс ул, немецтарҙан ҡалған велосипедты күреп, тәүге тапҡыр унда йөрөп ҡарауын хәтерләр булған.
Һуғышта ике тапҡыр яраланған олатайым ике тапҡыр «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Германияны еңгән өсөн» һәм «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалдары менән наградланған. Немец илбаҫарҙарын өңөндә тонсоҡторһалар ҙа, олатайым өсөн һуғыш тамамланмай әле. 1945 йылдың август айында уларҙың часын Алыҫ Көнсығышҡа, япондарҙың Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡа оҙаталар. Бер ай эсендә япондарҙы тар-мар итәләр.
Һәр ваҡыт алдынғы рәттә йөрөп, мөһим юлдарҙы, күперҙәрҙе миналарҙан таҙартҡан, командир бойороҡтарын теүәл үтәгән ҡыйыу сапер-разведчик Менәүәр Мусин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бү-ләкләнә. Япондарҙы еңеү шатлығын ул Порт-Артур ҡалаһында кисерә һәм япон әсирҙәрен һаҡлап, 1947 йылға тиклем ошонда хеҙмәтен дауам итә.
Тыныс тормошто һағынған олатай ҡайтҡас, Буранғол урман хужалығында эш башлай. 1948 йылда Исхаҡ ауылы һылыуы, Бибиәсмә өләсәйҙе кәләш итеп ала. Улар дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара. Оҙаҡ йылдар Белорет леспромхозында урмансы, мастер, бухгалтер вазифаларында намыҫлы эшләй.
Аслы-туҡлы бала саҡ, михнәтле фронт юлдары, ауыр урман эше олатайымдың һаулығын ҡаҡшата. Ул 60 йәшендә генә вафат була.
Бөгөн яныбыҙҙа булмаһа ла, тыуған иле, тыуған ерен һаҡлап, йәш быуын тыныс тормошта йәшәһен өсөн йәнен-тәнен аямай ҡан түккән, бөтә һуғыш ауырлыҡтарын сабыр ғына үҙ иңендә күтәреп, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән ҡәҙерлебеҙҙе онотмайбыҙ, уның данлы яу юлы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.
Гөлфиә МУСИНА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: