-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай һүрәте менән һөйләшеү

Ғәбит Фәизов башта Алкинонан, аҙаҡ фронттан бер нисә генә хат ебәреп өлгөргән, 1941 йылдың декабрендә бәйләнеш өҙөлгән.

— Хәҙер нимәне асһаң да, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер һалдат та онотолорға тейеш түгел тип һөйләйҙәр һәм яҙалар, шуға оло байрам алдынан ауылдаштарымдың минең атайымды ла иҫкә алыуҙарын теләйем, — тип һүҙ башланы район үҙәгенә Яр Саллы ҡалаһынан ҡайтҡан Луиза апай Әсфәндийәрова.
Луиза Ғәбит ҡыҙы — Асҡар ҡыҙы. Уларҙың тыуған йорто Алмас тауының итәгендә булған. Олатаһы Фәтҡулла Фәизовты тәүге ауыл советы рәйесе булараҡ беләләр. Уның ун балаһының алтауһы ир затынан булып, шуларҙың бишәүһе һуғышҡа алынған. Бишәүҙең икәүһе — Ғәбит менән Әхтәм яу яланында ятып ҡала.
Ғәбит Фәизов та үҙ заманының уҡымышлы һәм зыялы кешеһе була. Өфөлә педагогия институтының мате-матика факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Асҡарҙа уҡытыусы булып башлай, унан мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Стәрлетамаҡ педагогия техникумынан һуң Ташбулатҡа килеп уҡытып йөрөгән Верхнеурал районы ҡыҙы Нурғаян Асҡарова менән танышып өйләнешәләр. Асҡарҙа яңы мәктәп бинаһы төҙөү эшендә ҡатнашалар.
— Элек директормын тип кабинетта ғына ултырмаған етәкселәр. Һуғыш башланған көндө атайым мәктәп атын ҡараусы менән утынға барған булғандар, — тип һөйләй Луиза Ғәбит ҡыҙы. — Урмандан һуң ғына ҡайтҡас, немецтарҙың яу асыуы тураһында ишетеп, ул төндә үк хәрби комиссариатҡа барған һәм фронтҡа ебәреүҙәрен һораған. Икенсе көндө атайымды һуғышҡа оҙатҡандар. Әсәйем дүрт бала менән тороп ҡалған. Миңә ни бары йәш ярым булған...
Ғәбит Фәизов башта Алкинонан, аҙаҡ фронттан бер нисә генә хат ебәреп өлгөргән, 1941 йылдың декабрендә бәйләнеш өҙөлгән. Ҡырҡ икенсе йылдың башында уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында извещение килгән. Луиза апай атаһының өсмөйөшлө хаттарын бала саҡта уйнатып алып йөрөүҙәрен, әсәһенең асып илай-илай уҡып алыуҙарын иҫендә ҡалдырған.
— Бала булыу сәбәпле атайымдың ҡыҫҡа ғына хәрби юлы тураһында бер нәмә лә белмәйем, — тип дауам итте әңгәмәсем. — Ололарҙың уны кадровый офицер булған тип һөйләүҙәрен генә иҫләйем. Юғары белемле, вазифалы кешенең ябай һалдат ҡына булмауы көн кеүек асыҡ. Тәүге көндән үҙе теләп илен дошмандан яҡларға киткән атайымдың геройҙарса һәләк булыуына шигем юҡ...
Атаһын бөтөнләй иҫләмәһә лә, Луиза Ғәбит ҡыҙы уның хаҡында түгелеп илай-илай һөйләй. Бының сәбәбен ул шулай аңлатты: «Беҙ үҫкәндә, атайымдың ҙур фотоһүрәте һәр ваҡыт элеүле торҙо. Әсәйем беҙгә уның тураһында һөйләмәне, һорашһаҡ, бер-ике һүҙ менән сикләнә торғайны. Әммә беҙ уның атайыбыҙҙы ныҡ яратыуын һәм юҡһыныуын тоя инек. Күрәһең, йөрәк яраларын ҡабат-ҡабат ҡуҙғатаһы килмәгәндер. Шуға мин иҫ белгәнемдән атайымдың стеналағы һүрәте менән һөйләшеп, уны тере итеп тойоп үҫтем. Уның күҙ ҡарашынан төрлө һорауҙарыма йә ыңғай, йә юҡ тигән яуап уҡып, ул «ҡушҡанса» йәшәргә тырыштым...»
Утыҙ бер йәшендә иренән тол ҡалған Нурғаян Мөхәмәт ҡыҙы һуғыш йылдарында өйҙәре эргәһендә урынлашҡан метеостанцияла эшләй, аҙаҡ был хеҙмәт бөтөрөлгәс, интернатта тәрбиәсе була. Мөхәббәтенә тоғро ҡалып, башҡаса тормошҡа сыҡмай, дүрт балаһын аяҡҡа баҫтыра, бөтәһенә лә юғары белем бирә. Луиза апай Магнитогорск педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлай, 1972 йылда ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһына күсәләр, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Луиза Ғәбит ҡыҙы 46 йыл балаларҙы инглиз теленән уҡыта. Ул 52 йәшендә Рязань өлкәһенең Рыбный ҡалаһында ҡортсолоҡ академияһына уҡырға инә һәм әле һигеҙенсе тиҫтәгә баҫыуға ҡарамаҫтан, апитерапия менән шөғөлләнә, был темаға фәнни эштәре лә төрлө баҫмаларҙа донъя күргән. Әлеге көндә Луиза апай Асҡарҙағы улында ҡунаҡта. Бөйөк Еңеү байрамын ул тыуған ауылында ҡаршыларға теләй.
Рәхимә МУСИНА.
Һүрәттә: Ғәбит Фәизов артҡы рәттә һулдан беренсе.
Читайте нас: