-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыныслыҡ хаҡына етем ҡалдыҡ...

1902 йылда Таҡһыр ауылында тыуған Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улы Йәһүҙинға бер класс та белем алырға яҙмай, әммә ул ике туған ағаһы Муса Кәримовтан уҡырға-яҙырға өйрәнә.

1902 йылда Таҡһыр ауылында тыуған Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улы Йәһүҙинға бер класс та белем алырға яҙмай, әммә ул ике туған ағаһы Муса Кәримовтан уҡырға-яҙырға өйрәнә. Бала сағынан Гусевта Земляков исемле байҙа көтөү көтөп, тамаҡ ялғай. Отҡор малай урыҫ телен дә тиҙ өйрәнеп ала.
Колхозлашыу осоро башланғас халыҡ араһында абруйы булған М. Йәһүҙинға ҙур ышаныс күрһәтеп, Таҡһыр ауылына рәйес итеп ҡуялар. Районда ул беренселәрҙән булып юл төҙөүҙә ҡатнаша.
Юлдаш ауылы ҡыҙы Хәлимәгә өйләнеп, матур тормош ҡороп йәшәп китәләр. Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улын Стәрлегә партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Идара итеү маһирлығын күргән етәкселәр уны Туйышҡа, Иҫке Балапанға хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ғаиләһен һағынып, яҡын тирәгә эшкә ҡайтарыуҙарын һорауын иҫәпкә алып, Көһәмешкә (Дәүләт ауылы) күсерелә. Артабан Юлдаш менән Таҡһыр бер колхоз булып ойошҡас, унда рәйеслек итә. Һәр ерҙә ул ғәҙел, намыҫлы, оҫта ойоштороусы, хеҙмәтенә тоғро хужа булып халыҡ күңелендә йылы хәтирә ҡалдыра.
Илдә Бөйөк Ватан һуғышы барғанда коммунист Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улы тыныс ҡала алмай. Ҡырҡҡа аяҡ баҫҡан таһыллы етәксене, йәшен, ауылда ла кәрәклеген иҫәпкә алып, бронь бирергә уйлайҙар, әммә ул ғариза яҙып, 1941 йылда яуға китә. Хәлимә ирен 6 айлыҡ өсөнсө ҡыҙҙары Клара менән станцияға барып оҙатып ҡала.
Өс ай уҡығас, фронтҡа инә. Политрук була. Һуғыштан ни бары бер хаты килеп ҡала. 1942 йылдың 10 майында Ленинград эргәһендәге иң ҡаты, ҡот осҡос алыштарҙа Мөхәмәҙиә Йәһүҙин һәләк була.
Хәлимә ҡара ҡайғыһын эш менән баҫып, ауыр ирҙәр эшен башҡарып, өс ҡыҙҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра, бирнәлектәр әҙерләй, яҡшы кешеләргә кейәүгә бирә.
Фатима инәй Буранғол ауылы егете Акрам Искәнйәров менән тормош ҡора. Улар алты балаға ғүмер бирә. 1974 йылда Акрам апаның эше буйынса Таҡһырға күсәләр. Искәнйәровтар 67 йыл татыу ғүмер кисерә. Ауырып түшәккә ятҡас, инәй ҡартын яҡшы ҡарай, баҡыйлыҡҡа ҡәҙерләп оҙата. Фатима инәй улы Вәхит менән йәшәй. 92 йәштә булһа ла, ҡартлыҡҡа һыр бирмәй йәшәй. Һыйыр һауыуҙан башҡаһын, бөтәһен дә эшләй — икмәк бешерә, һалма йәйә, һыйыр ағын эшкәртә.
Тәпәндә йәшәгән Шәйхиә инәй ауылдың һоҡланғыс, хөрмәтле ағинәйе. Хабрахман апа менән улар 18 йыл йәшәп ҡала. 39 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын ауылдағы бер эштән дә ҡалмай. Мәктәптә уҡығанында уҡ тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, шиғырҙар яҙған Шәйхиәне уҡытыусылары башҡалала юғары белем алырға өндәй, тик замана ауырлығынан уҡырға яҙмай. Шулай ҙа улын, дүрт ҡыҙын махсус белемле итеүгә бар көсөн, тырышлығын һала, кеше итә. Әлеге көндә 84 йәштә булған инәй дин юлында, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Ижади күңелле инәй йөрәк болоҡһоуын шиғырҙар яҙып баҫа. «Ҡыйынлыҡ күрмәй, рәхәтлек килмәй», тигәндәй, үҙ йүнен үҙе күреп, сымыры ғына ғүмер көҙөн һүткән ауылдаш инәйемдең ҡартлығы хәйерле, балалары, ейәндәре иғтибарынан өҙмәй. Олатаһы тураһында яҙыуҙы һораған, Өфөлә табип-лаборант булып эшләгән Зилә Хабрахман ҡыҙы һөйөклө әсәһе янына йыш ҡайта. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән йәмле Ҡыҙыл буйына ҡайтып төпләнергә лә ҡарар иткән.
Иҙәш Ҡусҡарына тормошҡа сыҡҡан Клара апай һыйыр һауа, һарыҡсылыҡта, тракторсылар бригадаһында ашнаҡсы булып эшләй. Улар ире Нурмөхәмәт ағай менән 5 балаға ғүмер бирә. Һуңғараҡ әсәһе Хәлимә инәйҙе үҙҙәренә алып йәшәтәләр. Ул ҡыҙҙарының имен тормошон күреп, күңелен тыныслап донъя ҡуя. Иман юлындағы Нурмөхәмәт ағай иҙәштәрҙең дини ғәмәлдәрен үтәп, ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанған уҙаман.
Теүәл 60 йылдан һуң, Ленинград өлкәһенең Киришск районында, хәрби эҙәрмәндәр отрядының 2002 йылдың 15-нән 30 майға тиклемге Дубовик һәм Липовик урочищелары араһындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ Мөхәмәҙиә Йәһүҙиндың медальоны табыла. Һалдаттарҙың һөйәктәрен тантаналы рәүештә ерләйҙәр. Кусинск биләмәһенә ҡараған Липовикта ҡуйылған мемориаль таҡтаташта 282 һалдат араһында ҡыҙылармеец Йәһүҙин Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улының да исеме мәңгеләштерелгән, Туғандар ҡәберлегендә 87 билдәһеҙ һалдат ерләнгән. Ә медальон Мәскәүҙең 1356-сы мәктәбенең «Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы» музейында һаҡлана. Мәскәүҙә юғары белем алып, Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығында уңышлы хеҙмәт юлы үткән бүләсәре Айгөл, олатаһының медальонын күреп, эҙәрмәндәргә, мәктәптең музей хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен еткерә. «Роснефть» ойошмаһында баш белгес булып эшләүсе, Шәйхиә инәйҙең йәнә бер ейәнсәре Лилиә, олатаһының ҡәберенә сәскә һалып, фотоға төшөп ҡайта.
— Атайыбыҙҙың яҡшы кеше булыуы, хәтһеҙ йылдар аша ла халыҡ күңеленән онотолмай. Беҙ бит ныҡ быуын, бирешмәнек, тыныслыҡ хаҡына етем ҡалдыҡ... — ти ҡыҙҙары.
Һәләтле рәйес, коммунистың һуғышҡа тиклемге хеҙмәт юлы, үҙ теләге менән һуғышҡа китеп, тыныс тормош өсөн йәнен биреүе, тарих битендә лайыҡлы урын алған. Матур тормош юлы үткән ҡыҙҙары, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә юғары урындар биләп, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ҡыҙылармеец Йәһүҙин Мөхәмәҙиә Йәһүҙә улы тураһында хаҡлы рәүештә яҡты иҫтәлек һаҡлай.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас: