Телевизор экранында инде туҡһанды үткән Ватан һаҡсыһы — оло яугир. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында үҙ күҙҙәре менән күргән-кисергәндәрен һөйләй. Уның тауышы ҡалтырай, күкһелләнеп тамырҙары бүрткән ҡулдарын әленән-әле күҙ төптәренә тейҙереп ала. Шундай саҡтарҙа уның сал сәсенән һыйпағы, ап-аҡ ҡулъяулыҡ менән күҙ йәштәрен һөртөп алғы, алдында теҙләнеп рәхмәт әйтәһе килә.
Ишкилде ауылында йәшәүсе Дания апай Баҡыева: «Их, атайым тере булһа, ике тубығына башымды ҡуйып, бала саҡтағылай иркәләнер инем», — ти. Уның атаһы, 1909 йылғы Зәйнитдин Хәким улы Хәкимов, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк илбаҫарҙарға ҡаршы яуға алына.
Һуғыштың башынан аҙағынаса иң ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, снайпер булып, күп фашисты ҡыра ул.
1943 йылда ҡаты яралана. Госпиталдә оҙаҡ ятып та йүнәлмәгәс, уны ауылына ҡайтаралар. Алты айҙан һуң, яраһы арыу уҡ уңалыуға, фронтҡа саҡырып, хәрби комиссариаттан тағы повестка килә. Файза, Булат, Рәшит исемле балаларын ҡалдырып, тағы яу ҡырына китә Зәйнитдин.
Немец фашистарын үҙ өңдәрендә дөмөктөргәс, еңеүсе һалдат тыуған ауылы Ишкилдегә ҡайтып төшә. Түшендәге ҡаты яра эҙе ғүмерлеккә тороп ҡала. «Атай, түшеңә нимә булды?» — тип һораһам, «айыу умырып алды», — тигән булыр ине», — тип һөйләй ҡыҙы Дания.
Күкрәге тулы орден-миҙал булған берҙән-бер фотоһы ла, таныҡлыҡтары ла юғалған. Шуға Дания апай атаһының ниндәй наградалары булыуын айырып әйтә алманы.
Зәйнитдин Хәкимовты, ауылына ҡайтыу менән, бригадир итеп ҡуялар. Ауыр һуғыш осоронда бөлгән ауыл хужалығын күтәреү эшенә бар көсөн һала фронтовик. Оҫта һунарсы ла була.
Ҡатыны Сара Нөғәмән ҡыҙы менән 11 балаға ғүмер бирәләр. Уларҙың етәүһе үҫеп етеп, үҙ ғаиләләрен ҡора. З. Х. Хәкимов 1971 йылда вафат була. Бөгөн уның 30-ға яҡын ейән-ейәнсәре, 40-лап бүләсәре райондың төрлө төбәктәрендә йәшәй һәм эшләй, еңеүсе һалдаттың нәҫелен дауам итә.
Мәҡәләмде юҡҡа ғына «Яугир ҡоҙалар» тип атаманым. Ғәбделсәләм Фәтхулла улы Баҡыев 1921 йылда Субан ауылында тыуған. Һуғыш башланған 1941 йылда ул Алыҫ Көнсығышта, Биробиджан ҡалаһында хеҙмәт итеп йөрөгән була. Тотош роталары менән, күпме генә һорап ҡарамаһындар, уларҙы көнбайышҡа, яу барған нөктәләргә күсермәйҙәр. Илебеҙҙең көнсығыш сиге лә тыныс булмай шул.
Милитаристик Япония күптән инде Совет иленә һуғыш башлау менән янай. Алыҫ Көнсығыш фронты һалдаттары илебеҙ сиктәрен уяу һаҡлай. Сержант Ғәбделсәләм Баҡыев 1945 йылдың 8 сентябрендә япон армияһын еңгәнгә тиклем хеҙмәт итә. 1946 йылдың көҙөндә күкрәк тулы миҙалдар менән, шул иҫәптән «Германияны еңгән өсөн» миҙалын тағып ҡайтып төшә.
Магнитогорск ҡалаһында оҙаҡ ваҡыт милиционер булып, намыҫлы хеҙмәт итә. Наҡыя исемле ҡыҙға өйләнә. Тик тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта һәм Ғәбделсәләм Фәтхулла улы ғаиләһе менән ауылына ҡайтып төпләнә. Төрлө эштәрҙә йөрөй: мал ҡараусы ла, ҡарауылсы ла, янғын һүндереүсе лә була. Шуның араһында төрлө йорт йыһазы, һандыҡтар эшләргә өлгөрә оҫта.
— Атайым моңайып, зарланып йәшәмәне, — ти ҡыҙы Фәрүәз. — Һыҙғыра-һыҙғыра, матур итеп бейер ине, гармун да уйнаны, ҡурай ҙа тартты.
Аяуһыҙлығы менән донъяла тиңе булмаған ҡаты һуғыштан еңеп ҡайтҡан һалдат шулай булырға тейештер ҙә. Ҡатыны Наҡыя Сәлих ҡыҙы менән 13 балаға ғүмер бүләк итәләр. Наҡыя инәйгә «Герой-әсә» исеме бирелә. Ә улдары Рафаил Ишкилденән яугир Зәйнитдин Хәкимовтың ҡыҙы Дания менән сәстәрен сәскә бәйләй.
Ғәбделсәләм Баҡыев 1991 йылда донъя ҡуя. Әле уның ете балаһы иҫән.
Тыуған көндәрҙә, байрамдарҙа олатай нигеҙе бала-саға тауыштарынан гөрләп тора. Ана шулай ғәзиз еребеҙҙә балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, улар уйнаһын, көлһөн, уҡып, белем алһын өсөн яу ҡырында үҙен аямаған ике яугир ҡоҙа.
Фәрзәнә ХАММАТОВА.