-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кенигсбергты азат иткән командир

Баҫалҡы, аҙ һүҙле булған атайыбыҙ беҙгә һуғыш тураһында әллә ни һөйләп барманы, тик ныҡышып һорашһаҡ: «Шул, барыһы күргәнде беҙ ҙә күрҙек», — тип кенә яуап бирә ине.

Беҙҙең ҡәҙерле атайыбыҙ — Ҡырҙас ауылынан Булат Мәрхәм улы Рысйәнов фашистарға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, батырлыҡ күрһәткән хөрмәтле ветеран.
Баҫалҡы, аҙ һүҙле булған атайыбыҙ беҙгә һуғыш тураһында әллә ни һөйләп барманы, тик ныҡышып һорашһаҡ: «Шул, барыһы күргәнде беҙ ҙә күрҙек», — тип кенә яуап бирә ине.
6 апрелдә совет ғәскәрҙәре данлыҡлы тарихи ҡала — Кенигсбергы алыу операцияһын башлай. Ҙур һәм дәһшәтле штурм була был көндө. Ошо яуҙың эсендә атайыбыҙға ла ҡатнашырға тура килә.
Фронт юлын ул Көнбайыш фронтының 210-сы, айырым уҡсылар дивизияһының, 1035-се артиллерия полкында башлай. Артиллерист, пулеметсы булып хеҙмәт итә. Яу ҡырында разведчик та була, һуңынан оҫта һәм тәжрибәле яугир булараҡ отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Көнбайыш фронты составында һөжүмдә ҡатнашҡан мәлдә ул ике тапҡыр ҡаты яралана. Госпиталгә эләгеп, мина ярсығы йәрәхәтләгән аяғының бер өлөшөн ҡырҡып алыуҙарына ҡарамаҫтан үҙ һалдаттары янына ҡайтармайҙар, ул кире сафҡа баҫа, немецтарҙы баҫтырыуын дауам итә.
Өлкән сержант дәрәжәһен алған Булат Рысйәнов II Белорус фронтына ҡараған, Ҡыҙыл байраҡлы, Кутузов исемендәге 153-сө Смоленск уҡсылар дивизияһы составында Көнсығыш Пруссия ерендә Кенигсберг ҡалаһы өсөн барған көсөргәнешле яуҙа ҡатнаша.
«Самолеттар тәүҙә ҡалаға бомба яуҙырҙы, шунан артиллерия эшкә егелде, — тип хәтерләр ине ул. — Фашистар бер ҙә сигенергә теләмәй, яу артынан яуға ҡалҡты, самолеттарын да ебәрә, артынса танкылар геүләп килә. Көнө-төнө һыҙғырышып осҡан пуляларҙан баш ҡалҡытырлыҡ түгел. Әлдә әле танкыларҙы туҡтатыу өсөн алдан ҡаҙып әҙерләнгән траншеялар бар. Шунда ултырырға тырышабыҙ, тик уның эсе тубыҡҡа тиклем үҙәккә үтерлек һалҡын боҙло һыу. Йәшәгең килһә, төшәһең инде шул соҡорға, һыу эсендә ултырып, атышабыҙ». Мылтыҡ, пулеметтарҙы тырылдатып, домшанды бер аҙ туҡтатыуыбыҙ була, унан тағы «Алға, атакаға!» тигән бойороҡ яңғырай.
20 йәшлек отделение командиры Рысйәнов үҙе артынан 18 -19 йәшлек кенә һалдаттарын эйәртеп, атакаға ташлана... Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индереп, Кенигсбергты азат итеүселәр рәтендә лайыҡлы баһалана ул. 1942 йылда һуғышҡа алынып, 1948 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған атайыбыҙҙың түшендә «Кенигсбергты азат иткән өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдарынан тыш, ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм иң мәртәбәле, уның ҡаһарман йөрәкле командир, үҙ иленең ысын һаҡсыһы булыуын билдәләгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены балҡый.
Еңеү яулап ҡайтҡан атайыбыҙ тыныс тормоштағы ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә өлгөлө донъя көттө, әсәйебеҙ — тыл ветераны Тәнзилә Ғүмәр ҡыҙы менән алты балаға ғүмер бирҙеләр. Атайыбыҙ урындағы хужалыҡта бригадир булып эшләп, илдең ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалды, һуңынан почта эшенә күсте. Үҙ иле өсөн йән-тәнен аямаған, иң ҡаты яуҙарҙы үҙ иңендә татыған намыҫлы совет һалдаты 50 йәшендә генә донъя ҡуйҙы.
Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм йыл да атай менән әсәйҙең фотоларын «Үлемһеҙ полк»ка алып сығабыҙ. 9 май байрамы еткән һайын Ҡырҙас ауылынан Булат Рысйәнов башҡа яуҙаштары менән бергә «Үлемһеҙ полк» сафында атлай.
Сәүҙә ЯЗАРОВА.
Юлдаш ауылы.
Читайте нас: