-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым танкист булған

Олатайыбыҙ Хәмитулла Абдулла улы Булатов 1910 йылда Асҡар ауылында донъяға килә. Асҡар мәктәбендә 6 класс белем алырға өлгөрә.

Олатайыбыҙ Хәмитулла Абдулла улы Булатов 1910 йылда Асҡар ауылында донъяға килә. Асҡар мәктәбендә 6 класс белем алырға өлгөрә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 24 июндә үк һуғышҡа алына. Ул 712-се уҡсылар полкында элемтәсе була. 1942 йылда ҡаты яраланғас, бер аҙға ҡайтарып торалар. Яралары уңалғас, күп тә үтмәй, танкистар әҙерләүсе курстар тамамлап, 1944 йылда киренән фронтҡа инә. 431-се айырым танк батальонында, ҡорал яһаусы була ул. Фашистарҙы ҡыйратып, Европа илдәрен азат иткән, отделениены етәкләгән командир Еңеү көнөн яуҙаштары менән бергә Германияның Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.
«Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдарын сыңлатып, данға күмелеп, сержант званиеһында 1945 йылдың октябрь айында ауылға ҡайта.
Ул, өләсәйебеҙ Бибисафа Зәкир ҡыҙы Мәсәлимова менән өйләнешеп, Ҡырҙас ауылында төпләнеп тормош көтәләр. Уларҙың бер ҡыҙ һәм бер малайҙары доньяға килә.
Улдары Иршат Асҡар мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында шоферҙар курсында уҡый һәм армия сафына алына. Атаһы ауырыу сәбәпле һәм ғаиләлә яңғыҙ малай булғаны өсөн, уға Рәсәй биләмәһендә хеҙмәт итеү мөмкинлеге барлығы хаҡында әйтәләр, ләкин ул риза булмай, хәрби бурысын үтәргә Германияға юллана. Вестюмберг ҡалаһында хеҙмәт юлын үтә.
Был ваҡытта атаһы инде ҡаты сирләй, һуғышта алған яралары ла тынғы бирмәй. Хәмит Булатов бер бөртөк улының әрменән ҡайтыу көндәрен һанай-һанай көтә. «Минең улым, мин еңеү яулаған ерҙә хеҙмәт итә», — тип, ғорурланып һөйләр була.
Иршаттың хеҙмәт ваҡыты тулып, ҡайтырға бойороҡ була, тик егет тап шул көндө атаһының вафаты тураһында телеграмма ала. Башҡа егеттәр дембель булыу ҡыуанысын кисерһә, Иршат Хәмит улы фронтовик атаһы менән ҡайтып хушлаша алмауына әсенә.
Атаһы тәҙрәнән күҙен алмай көткән улы ҡәҙерле кешеһенең етеһен уҡытҡан көндө генә ҡайтып етә...
һуғыштың тәүге көндәренән үк яуға инеп, танк ғәскәрҙәрендә үҙен аямай алышҡан Еңеү яулаған олатайыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Зилиә БУЛАТОВА.
Читайте нас: