Атай-олатайҙарыбыҙҙың фашист Германияһын еңеүгә ышаныстары шул хәтлем ныҡ булған. Хаттарында окоп-фронт тормошона зарланыу ишараһын да яҙмағандар. Ватан өсөн шәһит китеүҙе сауаплы ғәмәлгә һанағандар. Байтаҡтары тылдағыларҙы үҙҙәре йыуатып, уларҙың илһөйәрлек рухын күтәреп, хаттарын шиғыр юлдарына һалған. Шундайҙарҙың береһе — Ғ. Ш. Насиров. Уның фронт юлы ғына түгел, ә тормош юлы ла бик фәһемле, тотош романға торошло.
Ғәйзулла Насиров 1902 йылда Ишбулды ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы зирәк улын уҡытырға тырыша. Ғәйзулла Хәлилдәге мәктәптә дүрт класты тамамлай. Ауылдағы мәсеттә һәм Ҡолбаҡтылағы (Әлмөхәмәттәге) Абулханнан Ирназаров хәҙрәттең мәҙрәсәһендә дини белем дә ала. Октябрь революцияһын үҫмер ихлас ҡабул итә. Ауылда яңы тормош төҙөүселәр араһында була. Әбйәлил биләмәһендә һуғышҡан Муса Мортазиндың бригадаһына барып ҡушыла. Әммә данлыҡлы комбриг Ғәйзулланы, йәшһең, белемлеһең, ауылда кәрәгерәкһең тип, Темәстән кире ҡайтарып ебәрә. Егет Муса Лут улының фатихаһын тулыһынса аҡлай. Ишбулдыға ҡайтып, социалистик ҡоролош хәрәкәтенең алғы сафында йөрөй. Әммә оҙаҡҡа түгел. Заманына күрә ҡағыҙҙы яҡшы таныған егетте Тамъян-Ҡатай волосының башҡарма комитетына эшкә алалар. Был осор уға тәүге оло тормош тәжрибәһе туплау дәүере була. Уны уңышлы үткән Ғ. Насировты 1928 йылда, күршеләге Әтәс тауындағы руданы ҡаҙыу һәм эшкәртеү өсөн домна-заводтар төҙөлөшө башланғас, шунда эшсе һәм тартыу көстәр йыйыу буйынса волостағы өс уполномоченныйҙың береһе итеп тәғәйенләйҙәр. Уның мандатына Бөтә Союз старостаһы — ВЦИК рәйесе Михаил Калинин үҙе ҡул ҡуя.
Буласаҡ металлургия комбинаты төҙөлөшөнә кешеләр, аттар, арба-саналар һәм башҡа шундай кәрәк-яраҡтар йыйып, ауылдар буйлап йөрөгән Ғ. Насиров төрлө сетерекле хәлдәргә лә юлыға. Шикле кешегә һанап, үҙен Темәстә бер тәүлек бикләп тә ҡуялар. Үҙебеҙгә лә кешеләр кәрәк тип, Хәлилдә лә һаҡ аҫтына алалар. Ошондай һәм башҡа ҡаршылыҡтарға осраһа ла, Ғ. Насировтың ҡанаты һынмай. Ул эшен ихлас күңелдән башҡарыуын дауам итә.
Илдә райондар ойошторолғас, Ғ. Насировты Әбйәлилгә ҡайтарып алалар. Тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе булған Ғәйзулла Шаһиғәле улына район ҡулланыусылар йәмғиәтен ойоштороу бурысы йөкмәтелә. Һәр ауылдағы тиерлек кешеләрҙе яҡшы белгәс, уға эште башлау ауырға төшмәй. Асҡарҙа база һымаҡ урын булдырыла. Унда тәүҙә аттарҙа, аҙаҡ өс йөк машинаһында — полуторкала (шуныһы ҡыҙыҡ: райпотребсоюз рәйесе машинала, ә партия райкомының беренсе секретары атта йөрөй) көндәлек ихтыяж һәм башҡа тауарҙар килтерелә. Аҙаҡ уларҙы Байым, Салауат, Тәпән һәм башҡа сельполарға, магазиндарға ташыйҙар. Һәр машинала икешәр шофер була. Район буйлап тауарҙарҙы күпселектә сельполарҙың аттарында ташыйҙар. Әммә Ғ. Насировтың ошо яйға һалған эшенән һуғыш айыра.
1926 йылда Йылайыр кантонының хәрби комиссариаты тарафынан иҫәпкә ҡуйылған Ғ. Насировты фронтҡа һуғыштың теүәл бер йылы уҙғас, оҙаталар. Күмәк булалар улар райондан. Магнитогорск вокзалында эш буйынса күптән танышып, дуҫлашып, ғаиләләре менән аралашып йәшәгән Павел Павлович менән осрашҡас, көнбайышҡа табан юл ҡыҫҡарғандай тойола. Ике дуҫ һәм Ишкилденән Мөхтәр Шаһивәлиев айырым разведка артиллерия дивизионына эләгә. Ғ. Насиров штабта элемтәсе була. Ул разведка яһарға, күҙәтергә һәм телефон аша координаталар бирергә тейеш була. Шуға ла һәр саҡ алғы һыҙыҡта йөрөй. Воронеж өлкәһендә башланған хәрби юлы Белгород, Харьков, Киев, Житомир, Варшава, Сандомир, Краков һәм Берлин ҡалалары өсөн үлемесле алыштарҙа үтә. Батырҙарса һуғыша яҡташыбыҙ. Әле Днепрға етмәҫтән алда уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Яугирҙың улы Ғәни Ғәйзулла улының ғаилә архи-вында «Связисту штаба 621 ОРАД Р2709 ефрейтору Насырову Г. Ш. разрешается переезд в тыл для получения ордена Красной Звезды» яҙыулы үҙенсәлекле справка һаҡлана.
Ғәйзулла Шаһиғәле улының яу юлы еңеүҙәрҙән генә тормай. Бер ваҡыт шулай төшкөлөккә ултырыуҙары була, дошман көслө һөжүмгә күсә. Бестарка арба-һына егелгән пар аттың береһенә снаряд ярсығы тейеп үтә. Икенсеһен туғара һалып, Ғәйзулла менән Мөхтәр, ялы-ҡойроғона йәбешеп, егерме саҡрымдан ашыу араны бер тынала йүгереп үтәләр. Ғ. Насиров аҙаҡ был хәлде Аллаһы Тәғәлә биргән мөғжизә тип хәтерләр булған.
Яҡташыбыҙға маршал Конев етәкселегендәге 1-се Украина фронты составында дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөү өлөшө лә төшә. Еңеү йылының 26 июнендә ул демобилизациялана. Дуҫы Павел Павлович та уның менән бергә ҡайта. Ә көнсығышҡа табан юлланған эшелонда Ҡаҙмаштан Шакирйән Хәсәнов, Хәмиттән Мортаза Хөснөтдинов һәм башҡалар була. Уларҙы Магнитогорскиҙа райпотребсоюз автомашинаһы ҡаршы ала. Түше хәрби наградалар менән тулы Ғәйзулла Шаһиғәле улы элекке эшенә — сауҙа хеҙмәтенә тотона. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1966 йылда Өфөгә Диниә назаратына барып, мөфтөй Ш. Ш. Хыялетдиновҡа имтихан биреп, муллалыҡҡа указ алып ҡайта. (Бында шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: мөфтөй Шакирйән Шәйхислам улы 1972 йылда «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытҡан өсөн» алтын миҙалға һәм Ленин премияһы менән наградлана).
Ғәйзулла Шаһиғәле улы ғүмеренең ахырына тиклем Асҡарҙа һәм күрше ауылдарҙа дини йолаларҙы башҡара. Етмешенсе йылдар аҙағында партия район комитеты бюроһы ултырышына саҡыртып, муллалыҡтан баш тарттырырға тырышыуҙарына ла бирешмәй. «Көнөгөҙ бөтөп бара», — ти ул бюро ағзаларына. Уның күрәҙәсе һымаҡ әйткән был һүҙҙәрен туҡһанынсы йылдар ба-шында район коммунистарының элекке лидерҙарының береһе күмәк кеше араһында иҫенә төшөрә.
— Ғәйзулла апа беҙҙе бит иҫкәрткәйне — аңламағанбыҙ, — ти ул.
Ғәйзулла Шаһиғәле улы менән етмешенсе йылдар уртаһында танышырға насип булды. Мине уға фронт бәйеттәре алып килгәйне. Шағирәнә күңелле яугир ул әҫәрҙәрендә үҙенең һуғыш юлдарын тасуирләй. «Днепрҙы кискәндә», «Орел – Белгород янында һуғыш», «Берлинды алғанда» һәм «Разведчик һалдаттың бәйет-хаты» «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының 1981 йылда баҫылған «Бәйеттәр. Йырҙар. Таҡмаҡтар» томына индерелде. Ә Ғ. Насировтың ижади мираҫы бай. Ул өйрәнеүҙе һәм айырым китап итеп сығарыуҙы көтә.
Самат ФӘЙЗУЛЛИН,
матбуғат ветераны.