+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

17 йәшенән яу ҡырында

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә, Тыуған илебеҙгә Еңеү яҙын яҡынайтҡан олатайым тураһында иҫкә

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә, Тыуған илебеҙгә Еңеү яҙын яҡынайтҡан олатайым тураһында иҫкә алмай булмай.
Олатайым, Ҡорбанғәле Хөббитдин улы Мөхәмәҙиев 1926 йылда Мәғәз ауылында доньяға килә. Күп балалы ғаиләлә үҫә. Тарихта иң ҡанлы, күп ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1943 йылдың ноябрь айында 17 йәшлек Ҡорбанғәле Мөхәмәҙиевты ла фронтҡа алалар. Ул 61-се уҡсылар полкы составында яу юлы үтә.
Һуғыш бөткәс тә тиҙ генә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай. Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ла ҡатнашырға тура килә. 1949 йылға тиклем хеҙмәтен икенсе погранотрядта дауам итә. 1949 — 1950 йылдарҙа Владивосток диңгеҙ сиге полкында отделение командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1950 йылдың декабрь аҙағында, ҡаһарман олатайым старшина званиеһында, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Кенигсбергты алған өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдарын тағып тыуған йортона ҡайтып төшә. Һуғыштан ҡайтҡас, леспромхозға эшкә урынлаша. Төрлө вазифаларҙа 30 йылдан артыҡ эшләп, 1981 йылда хаҡлы ялға сыға. Өләсәйем Мөнирә Азамат ҡыҙы менән 41 йыл татыу, матур ғүмер кисерәләр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Икеһе лә киң күңелле, алсаҡ булғандар. Шуға ла, һуғышты үткән, күп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан олатайым, өләсәйем менән ике яҡлап етем ҡалған туғандарын һәр саҡ үҙҙәрендә һыйындырғандар. Эшкә шәп, егәрле ғаилә ишле мал тотҡан, ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө булып ғүмер юлын үткәндәр. Олатайҙы бигерәк ат йәнле кеше булды тип хәтерләйҙәр, ул, ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа, боронғоса, парлы ат егеп, янына хәләл ефетен ултыртып барыр ине.
Тик һуғыш, унан һуңғы ауыр йылдар эҙемтәләре уны яҡты доньянан бик иртә, 66 йәшендә генә алып китә. Хәҙер өләсәйебеҙ ҙә юҡ инде. Шулай ҙа уларҙың нәҫелен 16 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре лайыҡлы дауам итеүе ҡыуаныслы. Беҙ, балалары уларҙы һағынабыҙ, онотмайбыҙ һәм ғорурланабыҙ.
Ғәлиә ҺЫРЛЫБАЕВА.

Читайте нас: