-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү алып ҡайтҡан бер туған Йыһаншиндар

Ҡалды Шаҙығай, ҡалды Шаҙығай, Өкө тауҙары менән. Дарыулы буйында теҙелеп үҫкән Бөҙрә талдары менән — тип йырлаған һуғышҡа киткән ир-егеттәр.

Ҡалды Шаҙығай, ҡалды Шаҙығай,
Өкө тауҙары менән.
Дарыулы буйында теҙелеп үҫкән
Бөҙрә талдары менән
— тип йырлаған һуғышҡа киткән ир-егеттәр. Бөйөк Ватан һуғышында Шаҙығай ауылынан (перспективаһыҙ тип бөтөрөлөүгә дусар ителгән ауыл, Хәлил ауыл биләмәһенә ҡараған — ред.) 25 кеше ҡатнаша, шуларҙың 14-е яу ҡырында ятып ҡала. Сәләх Йыһаншин өс улын һуғышҡа оҙата. Уларға тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була.
Минең атайым Низам Сәләх улы Йыһаншин 1920 йылдың 14 майында Шаҙығай ауылында ҙур ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа. Улар, ағаһы Ғәлләм, апайҙары Гәүһәр, Сәрүәр, Зөләйха һәм ҡустыһы Фазыл, бик иртә әсәйҙән ҡала. Әсәһе үлгәндә Фазылға ни бары ике йәш кенә була. Бәләкәй сабыйҙы туғандары күмәкләп үҫтерәләр. Әлбиттә, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрәләр. Өлкән ағалары Ғәлләм Баймаҡ районының Түбә руднигында эшләй. Ҡустылары Низам менән Фазыл Шаҙығайҙан Ирәндек тауы аша йәйәүләп Түбә ҡасабаһына барып тамаҡ туйҙырып йөрөйҙәр. Еңгәйҙәре Хәспиямал балаларҙы ҡаршы алып, ашатып, мунса төшөрөп торған. Ҙурая биргәс, Низам үҙе лә Түбә руднигына эшкә төшә.
1940 йылдың 2 октябрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариатынан әрме сафына алына. Горький өлкәһенең Дзержинск хәрби лагерында учебкала була. Автоматсы булып, Бөйөк Ватан һуғышында НКВД ғәскәрендә 19 дивизияның 183-сө полкында ҡатнаша. «Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Берлин (Потсдам) конференцияһында ҡатнашҡан СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британияның дәүләт башлыҡтарын һаҡлауға индергән өлөшө өсөн юғары баш командующий И. В. Сталиндың бойороғо һәм шәхсән рәхмәте менән грамота тапшырыла. Тыуған яғына 1946 йылдың декабрендә ҡайта. 1947 йылда һуғыштан көтөп алған һөйгән ҡыҙы Ғәлимәгә өйләнә. Матур итеп ғаилә ҡороп, аҡыллы, белемле алты бала үҫтерәләр.
Атайым «Сибай-Алтын» артелендә бригадир, 1950 йылдан 1975 йылға тиклем Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында машинист булып эшләне. 1970 йылда «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Алтмыш йәшенә етмәй 1979 йылда мәрхүм булды.
Атайымдың бер туған ағаһы Ғәлләм иртә ҡул араһына инә. Магнитогорск металлургия комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша. 1931 йылдан Баймаҡ районының Түбә руднигында старатель булып эшләй. 1942 йылдың ғинуар айында армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышын 33-сө дивизияның 164-сы уҡсылар полкында үтә, Торопецко-Холм операцияһында ҡатнаша. Немецтарҙан Псков өлкәһен, Латвияны азат итәләр. Башына ҡаты яраланып, Силәбе ҡалаһының хәрби госпиталендә ҡатмарлы операция үткәрә. Оҙаҡ ваҡыт дауалана, артабан һуғышта ҡатнаша алмай. Инвалидлыҡ алып тыуған яғына ҡайта. 1945 йылда ғаиләһе менән Сибайға күсеп киләләр. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул да күп наградаларға лайыҡ була. Шуларҙың иң ҡәҙерлеһе — I дәрәжә Ватан һуғышы ордены. Ғәлләм апа 1997 йылда вафат булды.
Фазыл ағай 1925 йылғы ине. Ул 1942 йылдың 21 декабрендә 17 йәшендә армия сафына алына. Боғорослан ҡалаһында хәрби һөнәргә уҡый һәм Тоцк артиллерия полигонында минометтан атыу күнекмәләрен үтә. 1943 йылдың авгусынан 11-се уҡсылар дивизияһының 36-сы артиллерия полкында данлы яу юлын үтә. Отделение командиры, сержант Фазыл Йыһаншин Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
И. В. Сталиндың бойороғо менән Фазыл Йыһаншинға 23 мәртәбә шәхсән рәхмәтле грамота тапшырыла. Уның күрһәткән ба-тырлыҡтарынан ике күренеш былай тип һүрәтләнә:
«1945 йылдың 12 ғинуарында Стопница районында (Польша) көслө нығытылған дошман оборонаһын яулау өсөн үҙенең минометы менән унарлаған дошман һалдатын ҡыра, бер ҡул станогын юҡ итә, бер рота автоматсыларҙы төрлө яҡҡа тарата».
«1945 йылдың 17 ғинуарында М. Щекоцины районында һөжүм иткән дошмандың ике атакаһын туҡтатыу өсөн миномет уты менән бер бронетранспортерҙы юҡ итә, өс автомашинаны боеприпас менән яндыра һәм ете дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә».
Тыуған яғына Ф. Йыһаншин 1950 йылдың майында ҡайта. Ҡайтҡас Фазыл ағай Мәрхәбә тигән ҡыҙға өйләнә. Улар ете балаға ғүмер бирҙе. Ағай Магнитогорск – Сибай тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша, аҙаҡ пенсияға сыҡҡансы Әлмөхәмәт элеваторында балта оҫтаһы булып эшләй. 1993 йылда вафат булды.
Айрат ЙЫҺАНШИН.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: