-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Фашист концлагеры башҡорт рухын һындыра алмай

Тупаҡ ауылында йәшәгән олатайым — Рамаҙан Хөснийәров һуғышҡа тиклем агроном булып эшләй, ҙур ғына ғаилә башлығы була, ҡатынын етеш тормошта йәшәтергә ынтыла.

Тупаҡ ауылында йәшәгән олатайым — Рамаҙан Хөснийәров һуғышҡа тиклем агроном булып эшләй, ҙур ғына ғаилә башлығы була, ҡатынын етеш тормошта йәшәтергә ынтыла. Тик ҡәһәрле һуғыш уларҙың киләсәккә булған уй-хыялдарын селпәрәмә килтерә.
1942 йылдың 3 апрелендә һуғышҡа киткәндә Рамаҙан Хөснийәр улына 43 йәш була. Минометсылар әҙерләү буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы курстар тамамлағас, ул дәһшәтле алыштарҙың иң ҡатыһына — Севастополь ҡалаһы өсөн барған яуға барып инә. Ҡан ҡойошло яуҙарҙың береһендә ул бер нисә иптәше менән фашистар ҡулына эләгә һәм Франция менән сиктәш урынлашҡан Дортмунд концентрацион лагерына оҙатыла. Был тамуҡта ниҙәр күргән, ниҙәр кисергәнлеге тураһында аңлатып та бөтөрлөк түгел, тик фашист мыҫҡыллауҙары, аслыҡ, көндәлек ауыр эш батыр йөрәкле башҡорт һалдатының рухын һындыра алмай. Ул ошо лагерҙан дүрт тапҡыр (!) ҡаса. Иреккә, азатлыҡҡа ынтылған яугирҙе урман буйлап баҫтырып, дүртенсе тапҡыр эләктергән немецтар бөтә әсирҙәр алдына сығарып, күрһәтмә рәүештә атып үлтерергә була. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә: тап ошо мәлдә концлагерҙы Ҡыҙыл Армияға союздаш француз партизандары килеп баҫа һәм бөтә әсирҙәрҙе азат итә.
«Кәләшем Рәхимә минең ҡайтыуҙы Хоҙайҙан ялбарып һорағандыр, көн һайын доғалар уҡығандыр, юғиһә минең шундай урындан ҡотола алыуҙы мөғжизә менән генә сағыштырырға мөмкин», — тип һөйләгән ул.
Ошо көндән алып, пулеметсы Рамаҙан Хөснийәров француз армияһы сафында, үҙе кеүек әсирҙәр менән иңгә-иң терәп, еңеү өсөн бар тырышлығын һалып, фашистарға ҡаршы һуғышыуын дауам итә. Уларҙың командиры рус офицеры Воронин була.
Һуңынан, һуғыштан ҡайтҡас та Ворониндың ярҙамы тейә олатайға. Уны, үҙебеҙҙең тәфтишселәр, әсирлектә булғанһың тип, һөргөнгә оҙатырға ниәтләгәс, тап командиры Хөснийәров Рамаҙандың француздар менән бергә Германияға ҡаршы алышыуын дәлилләгән ҡағыҙ ебәрә.
Еңеү яуланғас, Р. Хөснийәров ҡайтыр алдынан пулеметын кире тапшыра. Һәр нәмәгә төплө ҡараған француздар хатта был турала француз телендә яҙылған белешмә тоттора. Ә наградаға тәҡдим иткәстәре, яҡташыбыҙ унан баш тартып, француз тәңкәһе бүләк итеүҙәрен һорай. Ниңә тиһегеҙме? Ҡатынының селтәр-түшелдерегенә иҫтәлек итеп тегеп ҡуйыуҙы уйлай ул. Башҡорт яугирының был һорауына ғәжәпһенһәләр ҙә, француздар уға бер биҙрә тәңкә тоттороп ҡайтара.
Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан һалдатҡа оҙаҡ йәшәргә яҙмай, әсирлектә күргән михнәттәре үҙенекен итә — ул 1953 йылда, тағы ике балаға ғүмер биреп, донъя ҡуя. Европаны гиҙеп, француз дуҫтарынан һорап алған тәңкәләр генә башҡорт ҡатыны селтәрендә был шанлы йылдар тураһында иҫтәлек һаҡлай...
Розалина ХӨСНИЙӘРОВА.

Читайте нас: