-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыныс тормош өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар!

Быйыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл һәм ул һәр беребеҙ өсөн изге байрам, сөнки беҙ тыныс илдә, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Ошо матур яҙҙарҙы, аяҙ күкте бүләк иткәндәре өсөн һуғыш ветерандарына оло рәхмәт!

Һуғыш тамамланғандан бирле әллә күпме йәйҙәр, ҡыштар үтте, әммә оло юлдан күҙ алмай көткән ҡәҙерлеләребеҙ ҡайтманы. Еңеү байрамы еткән һайын ошо юҡһыныуҙар йөрәккә таш булып ята, уйландыра...
Быйыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл һәм ул һәр беребеҙ өсөн изге байрам, сөнки беҙ тыныс илдә, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Ошо матур яҙҙарҙы, аяҙ күкте бүләк иткәндәре өсөн һуғыш ветерандарына оло рәхмәт!
Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән атайым, Маҙһар Әхмәтша улы Фазылов 1909 йылдың 9 майында Ишҡол ауылында донъяға килә. 20-се быуаттың егерменсе йылдары аҙағында Асҡарҙа йәштәр мәктәбен тамамлап, беренсе булып коллектив хужалыҡҡа яҙыла ул. Тиҙҙән яҙыу-һыҙыу эшенә маһир егетте ауыл Советы секретары итеп тәғәйенләйҙәр һәм ул үҙ эшен намыҫлы, яуаплы башҡара.
1931 йылда повестка менән әрмегә саҡырыла, 1932 йылға тиклем башҡорт полк мәктәбенең курсанты, ә 1932 – 1933 йылдарҙа 4-се башҡорт полкының кавалерия эскадронында бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Ошо осорҙа Өфөлә төшкән фотоһы ла һаҡланған.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, район эске эштәр бүлегендә, һуңынан «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында эшләй, Стәрлетамаҡта пропагандистар мәктәбен тамамлай. 1936 йылда партияның район комитеты ҡушыуы буйынса Ташбулат ауылында ойошторолған «Кадр» колхозына рәйес булып күсә. Был хужалыҡҡа башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү буйынса ҙур йөкләмә ҡуйыла.
Элек-электән илдә яу сыҡһа йәки дошман һөжүм итһә, башҡорт һуғышҡа үҙ аты менән барыр булған. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла һыбайлыларҙан ғына торған 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан! Арыу-талыуҙы белмәгән, урман-тауҙы, боҙло йылғаларҙы һис ҡурҡмай үтеп сыға алған, эҫеһенә лә, һыуығына ла бирешмәгән ныҡлы башҡорт аттары һыбайлылары — башҡорт егеттәре менән ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, тиңһеҙ алышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡортостан Ҡыҙыл Армияға 50 мең баштан ашыу ат оҙата. Атайым да «Кадр» колхозында эшләү дәүерендә башҡорт тоҡомло йылҡыларҙы үрсетеү буйынса ҙур эш башҡара һәм уның намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана.
«Уважаемый товарищ Фазылов М. А.! За образцы стахановского труда в области социалистического коневодства, честную и добросовестную работу по уходу за конями, за замечательные достижения социалистического земледелия и животноводства Наркомзем БАССР премирует вас патефоном с набором пластинок.
Наркомзем БАССР Муратов. 1939 г.», — тиелгән бүләкләү ҡағыҙында.
1939 йылдың авгусында Маҙһар Әхмәтша улы Мәскәүҙә үткән бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. «Фазылов М. А. Главный комитет ВСХВ награждает Вас за лучшую работу в сельском хозяйстве малой серебряной медалью «Передовику социалистического сельского хозяйства» — был да фиҙаҡәр хеҙмәтенә оло баһа. Был күргәҙмәлә ул 1957 йылда ла ҡатнашып, тағы бер миҙал менән наградлана (аҫтағы фотола ошо күргәҙмәгә барған мәлде күрергә мөмкин — беҙҙең райондан Фазылов М., Хәйеров А., Билалов Р., Вәлидов, Шәйәхмәтов). Әйткәндәй, атайым 1939 йылдың июнендә БАССР Юғары Советының 20 йыллыҡ юбилей сессияһында ла ҡатнаша.
Хужалыҡты яҡшы белеүе, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыуы арҡаһында ул һәр ерҙә ихтирам ҡаҙанып, абруй менән файҙалана. Уны артабан ВКП (б)-ның Әбйәлил райкомына инструктор итеп эшкә алалар һәм 1941 йылға хәтлем ошонда эшләй.
Коллектив хужалыҡтар ныҡлап аяҡҡа баҫа башлаған мәлдә ҡапыл һуғыш башлана. Атайым үҙ теләге менән тәүгеләрҙән булып, фронтҡа китә. Башҡортостандың «Хәтер» китабындағы һәләк булғандар исемлеген барлап, атайымдың бер туған ҡустылары Әхмәтязар, Әхмәтҡаныйҙың дәһшәтле һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуҙары тураһында мәғлүмәт таптыҡ. Атайыма Бөйөк Ватан һуғышының иң аяуһыҙ, иң ҡанлы алыштарының береһе — 1942 йылда 125 көн буйы дауам иткән Сталинград өсөн барған яуҙа ҡатнашырға тура килә. Уның һирәк кенә һөйләгән хәтирәләренән иҫтә ҡалған:
Эскадронды фашистар Чир йылғаһына ҡыҫырыҡлай. Атлыларҙың күбеһе был тиңһеҙ алышта сафтан сыға. Эскадрон командиры, гвардия өлкән лейтенанты Димченко ла һәләк була. Хәл ҡырҡыулаша. Эскадрон командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән лейтенанты Маҙһар Фазылов ауыр минутта ҡаушап ҡалмай, етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Атлылар йылға аръяғындағы ҡалҡыулыҡҡа сыға ла оборонаға ята. Ҡоторонған дошман беҙҙең һалдаттарға тын алырға ла ирек бирмәй, ер менән тигеҙләргә ынтыла. Маҙһар Әхмәтша улы мылтығын ҡыҫыбыраҡ тотоп, «максимка» урынлашҡан ерҙә позицияға тора. Атыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Шулай ҙа «максимка» атыуҙан туҡтамай. Ҡалҡыулыҡтың аҫ яғы фашистарҙың мәйеттәре менән тула. Дошман сигенергә уйламай, Фазыловтың позицияһына тылдан үтеп инмәксе була. Яугир ҡалҡыулыҡ тарлауығы буйлап үрмәләгән немецтарҙы көтөп, күпме икәнлеген һанай. «Ун өс.. Ун дүрт... Ун биш...» — ашыҡмай ғына иҫәпләй ул. Әммә дошман сылбыры һаман туҡтамай, осо-ҡырыйы күренмәй. Шул саҡ атайымдың ҡоралы телгә килә. Немец офицеры атайыма тоҫҡап атып ебәрә, пуля ташҡа тейеп, ҡаҡлыға. Офицерҙың пистолет күтәргән ҡулына атайым эләктергәс, тегенең ҡулы һалынып төшә. Дошман араһында буталыш китә. Фазылов атыуын дауам итә, офицерҙың салҡан ауып төшкәнлеген күрә. Командирһыҙ ҡалған фашистар ҡаушай һәм тарлауыҡ буйлап ҡаса башлай. Тик атайымдың мәргән пуляларынан ҡотола алмай улар... Ун ике фриц ошо тарлауыҡта йән бирә. Шул саҡ полк комиссары Аксельрод килеп сыға һәм атайымдың арҡаһынан һөйөп, «Молодец, Фазылов! Кәрәктәрен биргәнһең, үҙеңде наградаға тәҡдим итәсәкбеҙ», — тип йылмая. Тиңһеҙ алышта күрһәткән батырлығы өсөн башҡорт егете Маҙһар Фазылов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. «От имени Президиума Верховного Совета СССР, за образцовое выполнение боевых заданий командования на фронте борьбы с немецкими захватчиками и проявленную при этом доблесть и мужество наградить гвардии старшего лейтенанта Фазылова Мазгара Ахметшиновича орденом Красной Звезды. 11.12.1942 г. Начальник штаба в/ч 19755 гв. капитан Вдовцов», — тигән бойороҡ яҙылған ҡағыҙҙы беҙ ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп лайыҡ булған наградаларының һәр береһенең үҙ тарихы бар. Коммунист Маҙһар Фазылов 1943 йылда Мамай ҡурғаны янында барған ҡаты һуғышта ауыр яралана — һул аяғына снаряд ярсығы эләгә. Ул артабан Котовский исемендәге 5-се кавалерия дивизияһына ҡайта алмай, Шахты, Ростов, Красноармеец, Пермь ҡалаларындағы госпиталдәрҙә ете-һигеҙ ай буйы дауаланырға тура килә. ВТЭК үткәргәс, «Травматический неврит левого седалищного нерва после осколочного ранения бедра. Признан инвалидом ВОВ III степени», — тип документ биреп, аяғы ныҡлап уңалмаған яугирҙы тыуған яғына ҡайтаралар.
Ҡайтҡас та, фронтовикты район партия аппаратына эшкә алалар. Башта пропагандист, шунан бүлек мөдире, 1945 – 1948 йылдарҙа райкомдың хәрби бүлек мөдире була. Май айында ғаилә хәле буйынса эшен ҡалдыра һәм һуғыштан һуң миктәгән илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн көс һала. Хөрмәтле ветеран төрлө яуаплы вазифаларҙа намыҫлы эшләй. 1952 йылға тиклем Калинин исемендәге колхозға етәкселек итә, Рауил ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе, халыҡ суды заседателе була. Туғыҙ йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ферма мөдире, һөт йыйыусы, почтальон да булып эшләй атайыбыҙ.
Әсәйем, Ярлыҡап ауылынан Ғәйникамал Мифтах ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, 13 балаға ғүмер бирәләр, өлгөлө донъя көтәләр. Туғыҙ балаһы үҫеп етеп, үҙ ғаиләләрен ҡора. Бөгөн атайыбыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре республиканың, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәйҙәр, яугир олатайҙарының данлы нәҫелен дауам итәләр.
Әсәйебеҙ ҙә ил күргәнде күреп, тылда хеҙмәт итеп, Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалдарына, бер нисә дәрәжә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ.
Атайым ғәҙел, тыныс холоҡло, ипле һүҙле, теүәл кеше булды. Эшен яратып, урын-еренә еткереп башҡарыр ине. Ҡаты ауырып, 1987 йылда, 78-се йәшендә вафат булды ҡәҙерлебеҙ. Ҡыҙыл Йондоҙ орденынан тыш, ҡаһарман яугирҙең күкрәген I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары һәм башҡа мәртәбәле наградалар биҙәне.
Тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, район башҡарма комитетының, хәрби комиссариаттың почет грамоталары менән билдәләнде.
9 май байрамы еткән һайын беҙ, күмәк балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре батыр һалдат, гвардия өлкән лейтенанты Маҙһар Фазыловтың портретын «Үлемһеҙ полк» акцияһында ғорур күтәреп атлайбыҙ. Һуғыш йылдары, атай-олатайҙарыбыҙ кисергән ыҙалар, уларҙың ҡаһарманлыҡтары һис ҡасан онотолмаҫ.
Рәйлә ФАЗЫЛОВА,
БР мәғариф алдынғыһы, мәғариф ветераны.

Читайте нас: