-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ

Еңеү көнө — бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, оло ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп, календарҙа ғына түгел, кешеләр күңелендә лә мәңге һаҡланыр.

Тыуған төйәгебеҙҙе нурлап тағы йәмле йәйҙәр етте. Ә яҙҙың май айы бигерәк тә күңелгә яҡын. Ул беҙгә көләс ҡояшы, йылы көндәре, наҙлы һулышы менән генә түгел, Еңеү байрамы булыуы менән дә ҡәҙерле. Был көндө, ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы.
Еңеү көнө — бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, оло ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп, календарҙа ғына түгел, кешеләр күңелендә лә мәңге һаҡланыр. Һуғыш көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ләкин халҡыбыҙҙың фашизм менән тиңһеҙ көрәштәге батырлыҡтары көндән-көн яҡтыраҡ сағыла бара.
Мин дә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, олатайым тураһында иҫтәлектәр менән бүлешкем килә.
Олатайым, Ғүмәр Фәрит улы Фәритов, 1907 йылда Рауил ауылында донъяға килә. Ул бәләкәйҙән етем ҡала һәм балалар йортонда тәрбиәләнә. Белем алыуға ынтылышы шундай көслө була, аслыҡ-яланғаслыҡтарҙы еңеп, Троицкиҙағы педагогия техникумына инә. Уҡып сыҡҡас, уҡытыусы булып эшләй башлай. 1933 йылда Баймаҡ районы Билал ауылында эшләгәндә, Асҡар ауылының арҙаҡлы кешеһе, беренсе ауыл Советы етәксеһе Фәтхулла Фәйезовтың ҡыҙы Мәфтуха менән танышып, ҡауышалар. Өләсәйем дә уҡытыусы була. Яңы ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. 10 балаға ғүмер бирәләр. Үкенескә ҡаршы, хәҙер бер ҡыҙы Динә генә иҫән-һау, ул Магнитогорскиҙа йәшәй.
— Мин 1959 йылдың февраль айында Ишҡол ауылына килен булып төштөм. Ҡайным уҡыта ине. Баш балалары минең иптәшем Марсель, ауылда беренсе электр уты тоҡандырыусы булды. Балаларҙың икәүһе генә ҡырҙа, ҡалғандары, береһенән-береһе бәләкәй 7 бала, өйҙә, — ти Фәритовтарҙың оло килене, минең әсәйем Нажия Насип ҡыҙы, иҫтәлектәре менән бүлешеп.
Олатайым һуғышҡа 1941 йылдың көҙөндә алына. Ҡатыны биш бала менән ҡала. Ул, Брянск фронтында өлкән лейтенант дәрәжәһендә, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. 151-се армияның штраф ротаһында политрук булып яу юлы үтә. Смоленск өлкәһе Кукуевка ауылы эргәһендә барған алышта ҙур батырлыҡ күрһәтә һәм ҡаты яралана. Уның батырлығы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән билдәләнә.
Дәрәжәле ҡағыҙҙа ошондай һүҙҙәр ҙә була. «В преодолении сильно укрепленного немецкого узла сопротивления д. Кукуевка Фаритов, после ранения командира взвода, повёл взвод вперёд в наступление. Фаритов был ранен и несмотря на это, своим мужеством и отвагой увлёк бойцов вперёд на уничтожение фашистского зверя. Был ранен вторично, но продолжал двигаться вперёд, пока силы не покинули его. Гумер Фаритов удостоен к награде Орденом Красного Знамени».
Шул ваҡыттан һуң оҙаҡ ҡына госпиталдә ята. Уның аяғын ҡырҡырға теләйҙәр, ләкин олатайым ҡырҡтырырға рөхсәт итмәнем, тип һөйләй торғайны. 1943 йылда, һуғышҡа яраҡһыҙ тип, тыуған яҡтарына ҡайтарыла.
Олатайым шулай уҡ «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы һуғыш осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеүҙең 20, 30 йыллыҡ юбилей миҙалдарын да алып ҡыуана ул.
Һуғыштан һуң Ғүмәр Фәрит улы йәнә яратҡан эшен дауам итә. Ишҡол ауылында 8 йыллыҡ яңы мәктәп астырыуға ҙур өлөш индерә, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын үтәй. Ауыл халҡы уның мәктәп янында үҫтергән баҡсаһын әле булһа ла иҫләй. Баҡсаны ул үҙе ҡарауылланы, тиҙәр. Ниндәй генә емеш ағасы, ҡыуағы юҡ ине унда! Хәҙер олатайым иҫтәлеге булып бер нисә саған ғына етемһерәп ултыра.
Олатайым бик йомшаҡ күңелле кеше булһа ла, шул уҡ ваҡытта талапсан һәм ғәҙел ине. Уҡыусылары уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Ул киләсәк тормошто ап-асыҡ итеп һүрәтләй торғайны, тиҙәр...
Олатайым Ғүмәр Фәрит улы Фәритов Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағандан һуң, 1981 йылдың 14 февралендә, яҡты донъяларҙы ташлап, мәңгелеккә күсә. Беҙ хөрмәтле кешебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм бер ваҡытта ла онотмайбыҙ. Уҡытыусы династияһын дауам итәбеҙ. Бөгөнгө матур тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ һуғыш ветерандарына бурыслыбыҙ. Уларҙың исеме мәңге беҙҙең йөрәктә.
Лилиә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Тәпән ауылы.

Читайте нас: