-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай...

Яу юлында олатайым үҙен ҡыйыу һуғышсы итеп күрһәтә. Березня ҡалаһын алған ваҡытта, бомбежка барыуға ҡарамай, яна башлаған йорттоң подвалынан 20 яралы һалдатты алып сығып ҡотҡара.

Олатайым, Хәсәнов Шәкирйән Хәсән улы, 1905 йылда Ҡаҙмаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Унан дүрт йәшкә кесе ҡустыһы Ғәлимйән 4-5 йәштәрҙә булғанда әсәләре Бәҙерниса Тажиәхмәт ҡыҙы мәрхүмә була. Олатайым менән апамдың бала саҡтары ҙур ауырлыҡ-ыҙалыҡтарҙа үтә. 10 йәшлек олатайым көнөнә өс бөртөк картуфҡа ялланып, ауыл байының йылҡыларын көтә. Бер мәл картуфтың берәүһен Туҡембәттәге Ғәлимйәнгә алып барып, хәлен белә. Бай ҙур ғауға ҡуптара. Атты арытып, бушҡа ҡыуып йөрөйһөң тип, туҡмата. Байҙың олатайым менән йәштәш малайы: «Үлтерәһегеҙ бит!» — тип ҡысҡырып илап ебәргәс, тегеләр туҡмауҙан туҡтай. Олатайым был ваҡиғаны онотмай. Совет власы килгәс, бай малайы ерһеҙ ҡала. Элек ауылда аралар урам-урам булып ултырған булған. Бер кем дә сит ара кешеләрен үҙҙәренең урамына индермәгән. Олатайым иһә үҙҙәренең араһында буш торған нигеҙҙә бай малайына өй төҙөргә рөхсәт итә.
Ир ҡорона еткәс, киске уҡыуҙарға йөрөп хәреф танырға өйрәнә. Сельпо рәйесе булып эшләй башлай. Ләкин һуғыш сыға. 112-се Башҡорт атлы дивизияһын ойоштороуға Ҡаҙмаш ауылынан дүрт кешене һайлап алалар: олатайым Шәкирйән Хәсәнов (1905–1965), ике туған ҡустыһы Иҙрисҡужа Зәйнуллин (1905–1943), Йыһанур Хамматов (1906–1943), Атаулла Дауытов (1900–1942). Ат эйәрләү кәрәк-яраҡтарын улар үҙҙәре әҙерләп ала: йүгән, эйәр, сбруйҙар һәм башҡалар. Өйҙә олатайымдың дүрт балаһы менән ҡатыны тороп ҡала.
Яу юлында олатайым үҙен ҡыйыу һуғышсы итеп күрһәтә. Березня ҡалаһын алған ваҡытта, бомбежка барыуға ҡарамай, яна башлаған йорттоң подвалынан 20 яралы һалдатты алып сығып ҡотҡара. Шулай уҡ ул мәргән атыусы ла булған. Һәр алышта немецтарҙың байтаҡ офицер-һалдаттарын юҡ иткән. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһындағы приказда уның 12 немец офицеры һәм һалдатын юҡ итеүе хаҡында хәбәр ителә. Владимировка утары өсөн барған һуғышта 5 немец илбаҫарын тар-мар итә, үҙенең дүрт яралы иптәшен — Сабирйәнов, Муллағәлләмов, Гәрәев һәм Зариповты, уларҙың аттарын һуғыш яланынан алып сығыуы тураһында ла яҙылған. Ҡаһарман яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм 18 тапҡыр командованиеның рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Олатайымдың документтары һәм рәхмәт хаттары Әлкәләге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейында һаҡлана.
Уның һөйләгәндәренән бер-ике тарихты бәйән итмәксемен. Бер ваҡыт ул ике атты етәкләп китеп барғанда ниместәр менән беҙҙекеләр араһында атыш сыға. Ике арала тороп ҡалған олатайыма: «Хәсәнов, аттарыңды ташла ла, йүгер был яҡҡа!» — тип ҡысҡыралар. Әммә ул ике атын тотоп тик тора. Ниндәйҙер мөғжизә менән уға ла, аттарға ла пуля теймәй. Һуңынан: «Ни эшләп аттарыңды ташлап ҡасманың?» — тип һорағастар, «Аҙаҡ миңә улар өсөн яуап бирергә кәрәк бит», — тип яуаплай. Сөнки политик бүлектең урынбаҫары булған Ғәлимовтың (Ишҡол ауылыныҡы) атын ҡарау ҙа уның яуаплылығында була. Был хәл уның үҙ эшенә ни тиклем яуаплы ҡарағанын күрһәтеп тора.
Олатайымды ошо уҡ дивизияла һуғышҡан ҡустыһы Иҙрисҡужа Зәйнуллин эҙләп килә. «Осҡан ҡошмо ни, елеп килде», — ти иптәштәре. Иҙрисҡужа апа һуғышҡа тиклем Ҡазанда Таһир Кусимов менән бергә уҡыған була. Атта ла бик оҫта йөрөгән, һуғыш ҡоралдары менән дә оҫта эш иткән. Олатайым менән улар: «Кем дә кем иҫән ҡайта, бер малайҙы алып көтөргә!» — тип һүҙ ҡуйышалар. Иҙрисҡужа апа яу ҡырында ятып ҡала. Һүҙ ҡуйышҡанса, олатайым ҡустыһының улы Батырҙы тәрбиәләшә, уға өй һалырға ярҙам итә.
Шайморатов дивизияһы ҡамауҙа ҡалып, уны йырып сыҡҡан рейд тураһында ла, шунда ҡатнашҡан яугир булараҡ, олатайым ошоларҙы һөйләп ҡалдырҙы. Шайморатовҡа бер ниндәй ҙә разведка үткәреп торорға ваҡыт бирмәйенсә, яҡшы ҡоралланған дошманға ҡаршы сығырға тигән фарман бирелә. Дивизия командиры бының менән бер нисек тә риза булмаһа ла, һалдаттарын атакаға күтәрергә мәжбүр була. Олатайым ғүмеренең ахырына тиклем, һәләк булған иптәштәре өсөн йөрәге һыҙлап: «Сабылған иген кеүек ятып ҡалдылар», — тип илай торғайны. Рейдтан сыҡҡанда 18 генә кеше тере ҡала. 18-се һалдат та еңелсә яраланған була. Олатайыма: «Хәсәнов, атыңдан төш тә яралыға бир», — тигәстәр, теге һалдат: «Юҡ, төшмәгеҙ, һеҙ оло кеше. Миңә атығыҙҙың ҡойроғона йәбешеп барырға ғына рөхсәт итегеҙ», — ти.
Олатайым һуғышты Рейн йылғаһына етеп тамамлай. Һуғыштан һуң «Берлек» колхозы рәйесе була. Беҙ уны өйҙә һирәк күрә торғайныҡ. Яҡшы эшләгәне өсөн IV Бөтә Рәсәй съезы делегаты итеп һайлана.
Бына шулай олатайым ауырлыҡтарға баш эймәй, тырышып эшләп, матур тормош юлын үтә. Беҙ һуғыш михнәттәренә бирешмәгән, берҙәмлектәре менән еңеү яулаған олатай-өләсәйҙәребеҙҙән, атай-әсәйҙәребеҙҙән өлгө алып, улар өсөн ғорурланып йәшәйбеҙ.
Ләлә СӘҒӘҘӘТОВА.
Ҡаҙмаш ауылы.

Һүрәттә: алыштан һуң — олатайым артта һулдан беренсе булып баҫып тора. 16 август, 1943 йыл.

Читайте нас: