-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап

Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек бара.

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап

     Ауыл биләмәләре халҡы тирә-яҡты таҙартыу өмәләре үткәрә. Ауылдарҙа обелисктар  төҙөкләндерелә. Мәхмүт һәм Ҡаҙмаш ауылдарында һуғыш ветерандары  Ҡотлогилде Төхвәтуллин, Ишҡол Мәхмүтов өсөн шәхси парад ойоштороласаҡ. Асҡар ауылының үҙәк майҙанында Еңеү парадына әҙерлек башланды. Унда Т.Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары,  Асҡар урта мәктәбенең “Юнармия”сылары,  шәфҡәт туташтары, МЧС, полиция взводы һәм башҡа ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Еңеү көнөндә ауылдарҙа   төрлө мәҙәни  саралар ойоштороласаҡ. Ошо көндәрҙә ололарға ярҙам итеү эштәре лә әүҙем бара, мәҫәлән, Амангилде ауылы биләмәһенең "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзалары    Рысҡужа ауылында йәшәгән Ҡобора инәй Сәғәҙиеваның йорт-ҡураһын, баҡсаһын таҙалаған, баҡсаһының бағаналарын алыштырған.Күсемдәр йылдағыса дәррәү генә өмәгә сығып, зыяратты таҙарттылар.  Сусаҡтауҙағы "Бөйөк Еңеүгә дан!" яҙыуын ағартып ҡуйҙылар. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск та тәртипкә килтерелде. Йәлембәттә депутат Азамат Ишкинин етәкселегендә ауылға ингән ерҙә Йәштәр паркына нигеҙ һалынды.  Дауыт ауылының тирә-яғын, Иҙәш йылғаһы буйын,  зыяратты  таҙартыу өмәһе үтте.     Йәнгел ауыл биләмәһенең Первомай ауылында   ла  өмә дәррәү үтте.  Әҙерлек эштәре дауам итә.

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршылап
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: