Кәрәкле эш ҡоралдары алып, уҡыусылар дәррәү эшкә тотондолар. Үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреү бик күңелле булды, һәр кем был эшкә үҙенең күңел йылыһын бирҙе. Һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлдең тирә-яғы күҙгә күренеп йәмләнде. Иҫтәлекле урынды төҙөкләндереү – беҙҙең изге бурыс.
Гусев мәктәбе уҡыусылары тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн тимурсылар командаһының изге традицияһын дауам итә.
10-сы класс уҡыусылары Г. Ғ. Һиҙиәтова етәкселегендә Йәһүҙиндар ғаиләһенең баҡса эштәрендә ярҙам иттеләр. Был изге эштәрҙе башҡалар ҙа күтәреп алырына ышанабыҙ.
Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк иткәндәрҙе мәңге иҫтә тотасаҡбыҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.