+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2021, 09:15

“Һуғыш балалары”на аҡсалата ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы “Һуғыш балалары” август-сентябрь айҙарында 1000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләм аласаҡ.

“Һуғыш балалары”на аҡсалата ярҙам
“Һуғыш балалары”на аҡсалата ярҙам

Башҡортостан башлығы Радий хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы “Һуғыш балалары” август-сентябрь айҙарында 1000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләм аласаҡ.

Был категорияға  1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 1945 йылдың сентябренә тиклем тыуғандар инә. Башҡортостанда бөгөн  189 меңдән ашыу “һуғыш балалары” йәшәй.  

Законға ярашлы һуғыш балалары танытма нигеҙендә сиратһыҙ медицина ярҙамы алыуға, республика ҡарамағында булған стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сиратһыҙ юллама алыуға хоҡуҡлы.

Бөйөк Ватан һуғышы ыҙаларын татыған әбйәлилдәргә лә “Һуғыш балаһы” танытмалары тапшырыу тамамланды. Ошондай танытмаһы булғандар бер тапҡыр түләнеүсе ярҙамға дәғүә итә ала ла инде.

 

 

“Һуғыш балалары”на аҡсалата ярҙам
“Һуғыш балалары”на аҡсалата ярҙам
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: