Новости
17 Августа 2021, 06:20

Башҡортостанда милли проект сиктәрендә уҡып һөнәр алған 72 кеше эшкә урынлашҡан

Эш эҙләп, республиканың мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүсе граждандар – 50 йәштән үткәндәр, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләүсе әсәләр һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған кешеләр бушлай өҫтәмә һөнәри белем алыу йәки хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәрҙәргә уҡыу мөмкинлегенә эйә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эш эҙләп, республиканың мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүсе граждандар – 50 йәштән үткәндәр, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләүсе әсәләр һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған кешеләр бушлай өҫтәмә һөнәри белем алыу йәки хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәрҙәргә уҡыу мөмкинлегенә эйә.

Уҡытыу «Демография» милли проекты сиктәрендә федераль бюджет саралары иҫәбенә мәшғүллек үҙәктәре йүнәлтмәләре буйынса башҡарыла. Курс үтеүселәргә һайланған квалификация тураһында документ бирелә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, төбәктең мәшғүллек үҙәктәре бөгөнгө көнгә меңдән ашыу эшһеҙ гражданды уҡыуға йүнәлткән, уларҙың 256-һы уҡыу курсын тамамлаған, ә 72 кеше эшкә урынлашҡан.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда милли проект сиктәрендә уҡып һөнәр алған 72 кеше эшкә урынлашҡан
Башҡортостанда милли проект сиктәрендә уҡып һөнәр алған 72 кеше эшкә урынлашҡан
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас