Новости
17 Августа 2021, 09:40

Буласаҡ парк күркәмләнә бара

Хәбәр итеүебеҙсә, Асҡарҙың «Төньяҡ» биҫтәһендә «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты сиктәрендә ял паркы төҙөкләндерелә. Подрядсылар – «Анир» ЯСЙ-һы төҙөүселәре төҙөлөш эштәрен тамамлауға бара. Эшселәр тротуарҙарға брусчатка һалыуҙың һуңғы метрҙарын теүәлләй. Ҡайындар араһында һалынған велосипедсылар өсөн юлға асфальт түшәлгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Буласаҡ парк күркәмләнә бараБуласаҡ парк күркәмләнә бара
Буласаҡ парк күркәмләнә бара

Хәбәр итеүебеҙсә, Асҡарҙың «Төньяҡ» биҫтәһендә «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты сиктәрендә ял паркы төҙөкләндерелә. Подрядсылар – «Анир» ЯСЙ-һы төҙөүселәре төҙөлөш эштәрен тамамлауға бара. Эшселәр тротуарҙарға брусчатка һалыуҙың һуңғы метрҙарын теүәлләй. Ҡайындар араһында һалынған велосипедсылар өсөн юлға асфальт түшәлгән.

Бөгөн дә парк майҙанының һәр мөйөшөндә эш ҡайнай. Иретеп йәбештереүселәр Ришат Изгин һәм Хәсән Зарипов спорт майҙансығын бөтә периметры буйынса   профилле торбалар менән нығыта. Аҙаҡ бында 3D сетка беркетеләсәк.

– 3D сетканы үҙен генә ҡуйғанда ла булыр ине. Гусевта эшләгән парктан алған тәжрибәбеҙ был материалды, бигерәк тә спорт майҙансығында, тимер прожилиналарға нығытыу зарурлығын күрһәтте. Әлбиттә, эш арта, тимергә хаҡ та ҡиммәт, әммә эшләгәс, сифатлы булһын тинек, – ти мастер Замир Насирйәнов.

Бер ыңғайы балалар майҙансығына һәм воркаут зонаһына бәләкәй архитектура формаларын, йәғни уйын ҡаласыҡтарын, һырғалаҡ-бәүелсәктәрҙе, тренажерҙарҙы урынлаштырыу эштәре бара. Замир Наисрйәнов һәм Фәйез Баястанов уйын ҡорамалдарын йыйыу менән мәшғүл. Погрузщикта Илсур Нурғәлин уйын һәм спорт майҙансыҡтарына ҡырсынташ тарата, асфальтлауға әҙерләй. Бөгөн-иртәгә асфальт һалынасаҡ, ә уның өҫтөнә хәүефһеҙ резина япма түшәләсәк. Унан инде балалар майҙансығының кәртәһе сағыу төҫтәргә мансыласаҡ. Киләһе аҙнала урам фонарҙары ла урынлаштырыласаҡ. Ғөмүмән, төҙөлөш эштәренең осо күренә башлаған да инде. Биләмәне төҙөкләндереү, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйыу кеүек эштәр, йәшелләндереү буйынса өмәләр үткәрәһе генә ҡала.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Буласаҡ парк күркәмләнә бара
Буласаҡ парк күркәмләнә бара
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас