Үткән ял көндәрендә Владимир Путин пенсионерҙарға бер тапҡыр 10 мең һум түләм билдәләү инициативаһы менән сығыш яһаһа, бөгөн уға ярашлы указға ҡул ҡуйылыуы билдәле булды.
Ил Президенты пенсионерҙарға бер тапҡыр түләм биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Пенсиялағы граджандарға ул киләһе айҙа күсереләсәк тә инде.
Түләм сентябрь айында Пенсия фондының төбәк органдары тарафынан башҡарыласаҡ. Бының өсөн махсус ғариза биреү кәрәкмәй. Әйткәндәй, пенсионерҙың бурыстары булһа, уны был түләмдән тотоп ҡалырға ярамай.
#ВладимирПутин