Новости
25 Августа 2021, 05:05

Йәш һөнәрмәндәр ярыша

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы — WorldSkills стандарттары буйынса 16-25 йәшлек урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм WorldSkills Russia Juniors  йүнәлеше вәкилдәре — 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында Рәсәйҙә иң ҙур һөнәри оҫталыҡ ярыштары. #WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы — WorldSkills стандарттары буйынса 16-25 йәшлек урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм WorldSkills Russia Juniors  йүнәлеше вәкилдәренең 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында Рәсәйҙә иң ҙур һөнәри оҫталыҡ ярыштары.

Милли чемпионат сиктәрендә бөгөн Рубежный урамындағы “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда ярыштар үтә.  Уларҙа Рәсәй Федерацияһының 76 төбәгенән бөтәһе 1800 конкурсант ҡатнашасаҡ, шуларҙың 600-е юниорҙар. 2000-гә яҡын кеше эксперт йәмғиәтендә эшләйәсәк. Башҡортостан исеменән 498 кеше —  280 конкурсант һәм 218 эксперт ҡатнаша. Республика вәкилдәре 103 өлкәлә көс һынашасаҡ.

Теләге булаған һәр кем try-a-skill («үҙеңде һөнәрҙә һынап ҡара») форматта чемпионат партнерҙарында үҙен активлыҡҡа һынай ала. Парктың балалар өсөн биләмәһендә эшләгән зонала тәжрибәле остаздар төрлө йәштәге уҡыусылар менән  профориентация йүнәлешендә эшләйәсәк, йәғни уларға буласаҡ һөнәрен һайларға ярҙам итәсәк.

26, 27 һәм 28 августа “Йәш һөнәрмәндәр паркы”на теләгән һәр кем бушлай инә ала

Йәш һөнәрмәндәр ярыша
Йәш һөнәрмәндәр ярыша
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас