Тәүгеһе — 7 йәшкә тиклемге бала ауырып, өйҙә ултырған осраҡта 100 процентлы «больничный» түләү тураһында. Был аҡсаның күләме әсәнең стажына ҡармаясаҡ.
Икенсенән, рәсәйлеләр «гараж амнистияһы» менән файҙалана ала. Күп ҡалаларҙа гараждар бар һәм автоһәүәҫкәрҙәр йыш ҡына улар менән файҙаланмай. Яңы законға ярашлы, гараж ҡоролмалары юридик яҡтан документҡа эйә булмаһа ла, милек хужаһы уны һата йәки мираҫ буйынса тапшыра ала. Гараж ултырған ер участкаһын да граждандар бушлай үҙ милке итеп рәсмиләштерә аласаҡ.