

Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты тамамланды, еңеүселәр бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Асҡар егете Радмир Ғәлиәҡбәровтың (һүрәттә һулда) булыуы уғата ҡыуаныслы.
Радмир Шәүҡәт улы Башҡортостандың йыйылма командаһы составында “һауа транспортында сервис” компетенцияһында бронза миҙал яуланы.
—Чемпионатта ҡатнашыу миңә ышаныс өҫтәне. Һәр ярышта еңеүгә ынтылыш кәрәк. Иң элек был икеләнеүҙәреңде еңеп, ҡуйылған маҡсатыңа өлгәшеү, — тип иҫәпләй Радмир.