+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2021, 16:00

Милли аш-һыу конкурсына рәхим итегеҙ!

Иртәгә Сибайҙа башланасаҡ инвестиция һабантуйы сиктәрендә милли аш-һыу конкурсы ла үтәсәк

Милли аш-һыу конкурсына рәхим итегеҙ!
Милли аш-һыу конкурсына рәхим итегеҙ!

Иртәгә Сибайҙа башланасаҡ инвестиция һабантуйы сиктәрендә милли аш-һыу конкурсы ла үтәсәк. Унда һәр теләгән хужабикә ҡатнаша ала. Сара Сибай ҡалаһында Үҙәк майҙанда уҙғарыла. Милли аш-һыуҙың тәме, еҫе, биҙәлеше иҫәпкә алына. Ҡатнашыусылар милли кейемдә булырға тейеш. Еңеүселәргә һәр төрлө номинацияла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар тапшырыла. Теркәлеү өсөн +7 917 745-17-83 һандарына шылтыратырға кәрәк.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: