Сибай ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторолған III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” һабантуйы бара. Ҡаланың Үҙәк майҙанында иртәнге сәғәттәрҙән үк йәнлелек: райондарҙан килгән вәкилдәр Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST”-та ҡатнашыу өсөн күргәҙмәләр әҙерләгән. Өҫтәлдәр халҡыбыҙҙың төрлө аш-һыуынан һығылып тора, шифалы ҡымыҙҙың ниндәй генә төрө юк! Сибай Арбатында оҫта ҡулдарҙың күҙҙең яуын алырлыҡ эштәренән бай күргәҙмә эшләй, теләүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйберҙе һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы янында балаҫ эшләүселәрҙең һәм туҡыусыларҙың конкурсы бара. Майҙан үҙәгендә "нуленсе" километр билдәһе асылды.