+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2021, 14:30

Биш инвестиция проектын тикшереү күҙаллана

Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» ндә биш инвестиция проектын тикшереү планлаштырыла.

Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» ндә биш инвестиция проектын тикшереү планлаштырыла.  Бөтә проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Беренсе проект – «ЗАО «МКХП-Ситно». Ул тирмән комплексын реконструкциялауҙы һәм яңыртыуҙы, шул иҫәптән цех төҙөүҙе һәм Сибайҙа макарон изделиелары етештереү буйынса линия һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Инвестициялар күләме – 815,9 миллион һум.

Икенсеһе — Башҡортостандың Туймазы районы Ҡандра ауылы элеваторында контейнер майҙансығы һәм элеватор комплексы менән бүлеү-логистика үҙәген төҙөүгә ҡағыла. Инвестор – шәхси эшҡыуар Разумова А.Е. (ГК «Реса»), аҡса күләме – 350 миллион һум.

«Инвестиция сәғәте»ндә өсөнсө проектты – Сибай һәм Өфө ҡалаларында (Сипайлово) «Риадент» клиникаларының «Риадент» имплантация һәм протезлау үҙәктәрен тикшереү күҙаллана. Был проектҡа 170 миллион һум инвестиция һалыу ҡарала.

Артабан «ЛДК» йәмғиәтенең ағас эшкәртеү производствоһы (йылына 50 меңдән 500 мең кубометрға тиклем әҙер продукция) тураһында һүҙ бара. Инвестициялар күләме – 1,2 миллиард һум. Ул БашҡортостандыңБелорет районында тормошҡа ашырылырға тейеш.

Шулай уҡ «Шифа» компанияһының инвестиция башланғысын тикшереү күҙаллана.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: