+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2021, 11:20

Инвестиция һабантуйында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостандың сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә эшләүсе 115 компанияһы ҡушылды. 

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостандың сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә эшләүсе 115 компанияһы ҡушылды. Уларға һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу мөмкинлеге бирелә, шул иҫәптән беҙҙең үҫеш институты - Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Төбәк компетенциялар үҙәге - тәҡдим иткән эксперттар методик ярҙам күрһәтә.

Бөгөн Сибайҙа барған ”Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының яңы ҡатнашыусылары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ и нвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм иҡтисадтың сәнәғәт секторына ярҙам итеү мәсьәләһе тикшереләсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: