Сибайҙың төп майҙанында «Нуль километр» билдәһе булған яңы старт-объекты асылды һәм “Ҡаланы атлап үт” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирелде.
“Нуль километр” билдәһе бөтә ҡалаларҙа ла бар тиерлек. Тап ошонан ҡала урамдары һәм туристик маршруттарға иҫәп башлана. Тәбрикләү өлөшөнән һуң биш команда маршрут карталары алды һәм Сибайҙы атлап үтергә юлға сыҡты. Ҡунаҡтар “Нуль колометр” арт-объектынан үҙәк аллея буйлап үтте. Акция барышында командалар ҡаланың үҙәк уорамдары буйлап уҙҙы, һәйкәлдәрҙе һәр арт-объекттарҙы күрҙе.
Бынан тыш, ғала буйлап атлап уҙғанда экологик йәһәттән айырым иғтибар талап иткән объекттар билдәләнде.