+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 11:55

Башҡортостан Журналистар союзы иң яҡшылар иҫәбендә!

Башҡортостан Журналистар союзы Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәк ойошмаһы иҫәбенә  инде.

Рейтингты төҙөгәндә уҙғарылған саралар һаны, берекмәгә яңы ағзалар ҡабул итеү, медиаәүҙемлек, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү кимәле баһаланды. Башҡортостан матбуғаты бер нисә йыл инде гранттар буйынса эшмәкәрлектә лә алдынғы урынды биләй. Урындағы бүлексәләр эшмәкәрлегенә йомғаҡ әлеге мәлдә Сочи ҡалаһында барған  XXV "Бөтә Рәсәй-2021" заман журналистикаһы форумы сиктәрендә яһалды.
Форумдың икенсе көнөндә республикабыҙ делегацияһы көнүҙәк темаларға арналған дискуссияларҙа ҡатнашты. Унда "Артмедиаобразование" ойошмаһы етәксеһе Арина Шарапова, Һанлы үҫеш министрлығының департамент директоры Светлана Дзюбинская, блогер Андрей Бунбич сығыш яһаны.

Киң мәғлүмәт сараларының Бөтә Рәсәй фестиваленең һуңғы көнөндә 2021 йылда иң яҡшы журналист әҫәрҙәре өсөн журналистарға наградалар тапшырылды. “Ватандаш” журналындағы “И надо спешить жить” мәҡәләһе өсөн Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы “Иң яҡшы автор публикацияһы” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.

Башҡортостан Журналистар союзы иң яҡшылар иҫәбендә!
Башҡортостан Журналистар союзы иң яҡшылар иҫәбендә!
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: