-20 °С
Болотло
Аҙнаның һуңғы эш көнө күптәр өсөн һайлауҙан башланды. 765-се Асҡар һайлау участкаһында асылған ваҡыттан сәғәт ярым эсендә тауыш биреүселәрҙең 1,9 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне. Был участкала Асҡарҙың үҙәк өлөшөндә йәшәүселәр һәм Дауыт ауылы халҡы тауыш бирә.
– Исемлек буйынса 1958 кеше теркәлгән, иртәнге 9 сәғәт 20 минутҡа 37 граждан тауыш биреүҙә ҡатнашты, – ти һайлау участкаһы рәйесе Н. В. Ғәйнуллина.