"Рәсәй тәмдәре” төбәк туҡланыу аҙыҡ-түлек брендтары милли конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Сараның маҡсаты – ҡулланыусыларҙы Рәсәйҙең тәмдәр төрлөлөгө менән таныштырыу һәм төбәк аҙыҡ-түлектәре брендтары үҫеше ҡеүәтен күрһәтеү. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Быйыл Башҡортостан төбәктең гастрономик билдәһе була алған 15 республика брендына презентация яһаны. Улар араһында билдәле ҡымыҙ менән бал ғына түгел, ҡаҙылыҡ, талҡан, өсмөйөш, алкоголһеҙ бал эсемлеге, сыр, соус, ыҫланған страус ите, “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыуы, һөнәрсе шоколады, Федоровка ҡаҙы. Был аҙыҡ-түлекте “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектының 14 дипломанты тәҡдим иткән.
Конкурс икенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр беренсе “Рәсәй тәмдәре” төбәк туҡланыу аҙыҡ-түлек брендтары милли конкурсы һөҙөмтәләре буйынса башҡорт балы “Тотош илгә” төп номинацияһында өс лидер иҫәбенә инде. “Башҡорт балы” умартасылыҡ үҙәге, шәхси эшҡыуар М.З. Фазылов, “Ныҡлы бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Башҡорт балы” бренды аҫтында “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанты булғайны.
Әлеге ваҡытта илдең 84 төбәгенән үҙенсәлекле аҙыҡ-түлек брендтары – 700-ҙән ашыу ғариза – тәҡдим ителгән. Улар эксперттар комиссияһы тарафынан баһаланасаҡ. Барлығы һигеҙ номинация - “Тотош илгә”, “Тәбиғәт тәме”, “Гастрономик табыш”, “Кулинар мираҫ”, “Беҙҙе һайлайҙар”, “Төпкөлдән тәм”, “Утҡа килегеҙ”, “Сикһеҙ тәм”. Һәр номинацияла өсөшәр финалға сығыусы билдәләнә. “Халыҡ һайлауы” номинацияһында ла – өс финалға сығыусы.
Еңеүселәр халыҡ тауыш биреүе барышында асыҡланасаҡ. Ул 20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем барасаҡ. Республика йәшәүселәр ҙә тауыш биреүҙә ҡатнаша һәм үҙенең яратҡан брендын һайлай ала.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.