-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 09:05

Әбйәлил райондарында ла һайлау участкалары үҙ эшен башланы

Билдәле булыуынса, быйылғы һайлауҙарҙа өс көн дауамында тауыш бирергә була.

Шуға ла райондың бөтә һайлау участкалары ла бөгөн, йәғни 17 сентябрҙә, үҙ эшен иртәнге сәғәт 8-ҙән башланы. шулай уҡ 18 һәм 19 сенетябрь көндәрендә лә һайлау участкалары комиссиялары иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Эштең ошолай ойоторолоуы һайлаусчыларҙың кү-пләп йыйылыуына юл ҡуймауға, санитар-№эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итергә булышлыҡ итә.

Эшкә китер алдынан тауыш бирергә теләгәндәрҙән күп һайлау участкаларында хатта сират та хасил булды. Комиссия ағзалары тауыш бирергә килгәндәрҙең тән температураһын үлсәп, уларға бирсәткә, битлек һәм ручка тарата,  уларҙың социаль дистарцияны күҙәтеүен контролдә тота.

766-сы Иҙәш һайлау участкаһында был көндө тәүгеләрҙән булып Фатима һәм Риф Ғиззәтовтар үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәне.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: